Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
12 Сентябрь 2022, 13:00

Һүнмәҫлек ҙур дәрттәр һала

Туған тел уҡытыусыларына изге бурыс йөкмәтелгән: быуаттар буйына һаҡланып килгән хазинаны киләсәк быуынға тапшырыу. Шуның өсөн дә башҡорт теле уҡытыусылары телде үҫтереү маҡсатында үҙҙәрендә ҙур яуаплылыҡ тойоп эшләй. Шундай педагогтарҙың береһе – ҡалабыҙҙың 3-сө мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әлфиә Раил ҡыҙы Шакирова хаҡында мәҡәлә.

Һүнмәҫлек ҙур дәрттәр һала
Һүнмәҫлек ҙур дәрттәр һала

Ишәй урта мәктәбен тик яҡшы билдәләргә генә тамамлаған ҡыҙ Өфө китапханалар техникум-колледжында белем ала. Артабан Әлфиә Раил ҡыҙы БДУла башҡорт теле һәм журналистика факультетында уҡый. Хеҙмәт юлын Салауат районында Янғантау ауылы мәктәбендә рус теле уҡытыусыһы булып башлай. Шулай ҙа йәш белгесте тыуған яғы үҙенә тарта. 2008 йылда Ишембай ҡалаһының 3-сө мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшкә килә.

Тел уҡытыусыһы булараҡ, балаларға белем биреү генә түгел, милләтебеҙгә һөйөү, бай тарихы булған башҡорт халҡы менән ғорурланыу тойғоһо һалырға, шул уҡ ваҡытта әҙәбиәткә ҡыҙыҡһыныу уятырға тейеш. Үҙ фекерле, әхлаҡи яҡтан ныҡлы, тәртипле ата-әсә булырҙай кешеләр үҫтереү ҙә уҡытыусылар иңенә ята. Балаларҙы яратҡан кеше генә мәктәптә уҡыта ала. Әлфиә Шакирова ла үҙен үҫтереү өлкәһендә бик күп эшләй. Юғары категориялы уҡытыусы уңыштары өсөн бик күп рәхмәт хаттары һәм Почет грамоталары менән бүләкләнгән. Башҡорт теленән белем биреүҙән тыш, 8-се кластарҙың етәксеһе лә ул. Класта 27 бала, улар менән уртаҡ тел табып хеҙмәт юлын дауам итә. Әлфиә Раил ҡыҙы үҙе лә, уҡыусылары ла төрлө конкурстарҙа, олимпиадаларҙа, инша яҙыу, шиғыр һөйләү бәйгеләрендә даими ҡатнашып призлы урындарға өлгәшә. Тәжрибәле педагог “Йыл уҡытусыһы” конкурсының муниципаль этабында үҙен һынап, диплом менән бүләкләнгән. Мәктәптә эшләү дәүерендә өлгөлө педагог күптәргә ҡанат ҡуя, өлкән дуҫына әйләнә, ысын мәғәнәһендә, шағир теле менән әйткәндә, «һүнмәҫлек ҙур дәрттәр һала» ул.

- Эшемдең төп асылы - уҡыусыға үҙен шәхес итеп тойорға ярҙам итеү, ул эшләрҙәй эште унан башҡа бер кем дә яҡшыраҡ башҡара алмаясағына төшөндөрөү, үҙбаһаһын күтәреү. Yҙем һайлаған хеҙмәт юлында дөрөҫ һәм нәтижәле эшләүем, миңә киләсәккә ышаныс та, көс-дәрт тә өҫтәй, өмөтөмдө һүндермәйсә йәшәргә дарман бирә. Уҡытыусы тигән исемде йөрөтөү яуаплылыҡ та өҫтәй. Шөкөр, уҡыусыларымдың башҡорт телен өйрәнергә теләктәре ҙур, ата-әсәләр менән уртаҡ тел таптым. Телдән тыш, беҙ уҡыусыларға Башҡортостандың тарихын, географияһын да өйрәтәбеҙ, патриотик яҡтан да тәрбиә бирәбеҙ. Башҡорт теле уҡытыусылары коллективтары менән тығыҙ бәйләнештә эшләйбеҙ. Берберебеҙ менән тәжрибә уртаҡлашабыҙ, кәңәшләшәбеҙ, - ти Әлфиә Раил ҡыҙы.

Әлфиә - һөйөклө ҡатын, ҡәҙерле әсәй ҙә. Тормош иптәше менән өс бала үҫтерәләр. Өлкәндәре Элина Өфөлә сауҙа-иҡтисад колледжында икенсе курста белем ала, Илфат улдары 3-сө мәктәптә 6-сы класта уҡый, ә төпсөктәре Әминә 26-сы “Миләшкәй” балалар баҡсаһына йөрөй. Өлгөрбикә ҡышҡылыҡҡа компоттар, ҡайнатмалар ҙа әҙерләп өлгөргән.

Балалар менән эшләгән уҡытыусы һәр ваҡыт йәш булып ҡала. Сөнки йәш быуын уға илһам өҫтәй, дәрт һәм үҙҙәренең энергияһын бирә.


Фото ғаилә архивынан.

Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас в