Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
11 Сентябрь , 13:00

Һағынып бағырлыҡ йөҙҙәр

Ғаилә архивындағы был фотоһүрәтте иң ҡәҙерле ҡомартҡы кеүек һаҡлайым. “1966 йылдың апрель айы, Байғужа кусы уҡытыусылары коллективы” тип яҙылған уның артына.

Һағынып бағырлыҡ йөҙҙәр
Һағынып бағырлыҡ йөҙҙәр

Ниндәй таныш йөҙҙәр! Уҡытыусыларҙың да уҡытыусылары ултыра түгелме араларында? Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙары Әхәт Дауытов, Шәрәф Кинйәғолов, Ғәлим
Хәйбуллин, Исхаҡ Нуриев ағайҙарҙы кемдәр генә һағынып иҫкә алмай икән бөгөн. Оҙаҡ йылдар Байғужа мәктәбенә етәкселек иткән һуғыш һәм хеҙмәт ветераны Наил ағай Солтанов, Рәфҡәт ағай Яппаров, уның ҡатыны Роза апай Мусина, Бәләкәй Байыҡ башланғыс мәктәбе уҡытыусыһы Зәйтүнә Ишморатова, Байғужа мәктәп яны интернатының алыштырғыһыҙ тәрбиәсеһе Кәримә апай Фәйзуллина, башҡорт теле уҡытыусыһы Инера Ғөбәйҙуллина, математика уҡытыусыһы Хәҙисә Үмәрғәлина, башланғыс кластар уҡытыусыһы Әҡлимә Әхмәтйәнова апайҙар һәм исемдәре телгә алынмаған, ләкин һеҙҙең күптәрегеҙгә ҡәҙерле һәм таныш булған башҡа мөғәллимдәр баға беҙгә үткәндәрҙән. Ағалы-ҡустылы данлыҡлы Нәфиҡ һәм Риф Мифтаховтарҙы кем белмәй! Шул осорҙа ошо оло шәхестәрҙән белем алған Кинйәбулат, Байғужа, Бәләкәй Байыҡ, Оло Байыҡ, Ҡыҙыл Йондоҙ ауылдарынан килгән уҡыусыларға тоғролоҡ, төплө белем алыу кеүек төшөнсәләрҙе уларҙан да яҡшыраҡ, уларҙан да камилыраҡ аңлатҡан кешеләр булдымы икән. Ауыл интеллигенцияһының алтын бағанаһын тәшкил итте улар.

“1950-1960-сы йылдарҙа Байғужа һигеҙ йыллыҡ мәктәбе Ишембай районындағы иң ҙур һәм көслө мәктәптәрҙең береһе булды. Балалар бер нисә параллель кластарға бүленеп уҡыны. Ошо фотоһүрәттәге һәр бер уҡытыусы менән яҡындан аралашыу бәхете тейҙе миңә”, - тип хәтирәләре менән уртаҡлашты оҙаҡ йылдар Ишембай район мәғариф системаһында эшләгән Рәфҡәт ағай Яппаров.

Һоҡланғыс биолог Шәрәф ағай Кинйәғоловтың мәктәп яны участкаһын кем хәтерләмәй икән? Ул бит шул замандың Мичурины ине, уҡыусылары менән ниндәй баҡса үҫтергәйне! Районда уларға тиңләшеүсе булманы. Ә йөҙөнән һис ҡасан йылмайыу китмәгән физика фәненән уҡытҡан Әхәт Абдрахман улы уҡыусыларына теманы тәмләп, яйлап аңлатыр ине. Хәҙер уларҙың күбеһен һағынып иҫкә алырға ғына ҡалды шул. Эйе, һағынырлыҡ уҡытыусылар ине улар. Әйҙәгеҙ, яҡташтар, беҙ ҙә һағынып бер бағайыҡ әле йөҙҙәренә.

Донъяла бик күп кеше йәшәй, тик уларҙың ҡайһылары ғына зәңгәр күктә яҡты йондоҙ кеүек балҡып, халыҡ күңелендә онотолмаҫлыҡ хәтирәләр ҡалдыра. Байғужа һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә балаларҙы физиканан һәм математиканан уҡытҡан Әхәт Абдрахман улы Дауытов уҡыусылар өсөн дә, ата-әсәләр өсөн дә легендар шәхес булды. Ошо ауылда донъяға килеп, балалыҡ һәм йәшлек йылдары ла ошонда үтә уның. Стәрлетамаҡ уҡытыусылар техникумын, аҙаҡ уҡытыусылар институтын тамамлағас, һуғышҡа тиклем Ҡолғона, Байғужа мәктәптәрендә уҡытыусы булып эшләй. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, 22 йәшлек егет хеҙмәткә саҡырыла, һуңғараҡ Стәрлетамаҡтағы хәрби заводҡа ебәрелә. Ә 1943 йылда Әхәт Абдрахман улы үҙе теләп фронтҡа китә. Ул Ржев һәм Житомир ҡалалары өсөн барған һуғыштарҙың уртаһында була. Артабан 25-се артиллерия полкы сафында Курск дуғаһындағы ҡаты алыштарҙа ҡатнаша. Яҡташыбыҙ үҙен һәләтле ойоштороусы, ҡыйыу егет итеп күрһәтә һәм батарея командиры булып тәғәйенләнә, сержант дәрәжәһенә эйә була. Командир булараҡ, ул тиҙ арала урынды өйрәнә, дошмандың ниәтен тоҫмаллай, дөрөҫ ҡарар ҡабул итә белгәне өсөн иптәштәре араһында ихтирам яулай. Ҡаты алыштарҙа Әхәт Дауытов етәкселек иткән артиллерия батареяһы дошманға ҡаршы көрәшеп, ҙур батырлыҡ күрһәтә. Ләкин ошондай утлы ҡойондарҙың береһендә яҡташыбыҙ ҡаты яраланып, контузия ала, дошмандың снаряд ярсығы һул аяғының үксәһен йолҡоп ала. Яугир өс көн, өс төн буйы һушына килмәй, ерҙә күмелеп ята. Ыңғырашҡан тауышты ишетеп, уны иптәштәре ҡотҡара һәм госпиталгә оҙата. Яҡташыбыҙға оҙаҡ дауаланырға тура килә. Ошо ҡот осҡос алышта батырлыҡ күрһәткәне өсөн ул “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән бүләкләнә. Үкенескә күрә, дошман һалған яра тиҙ генә уңалмай, медицина комиссияһы уны артабан һуғышҡа яраҡһыҙ тип билдәләй. 1944 йылда Әхәт Абдрахман улы өсөнсө төркөм инвалиды булып тыуған ауылына ҡайтып төшә. Ләкин тәрән яраһы тынғылыҡ бирмәй. Уға йәнә оҙаҡ ҡына дауаланырға тура килә. Ниһайәт, 1948 йылда ҡабаттан уҡытыусылыҡ эшенә ҡайта – балаларға физика һәм математиканан белем биреүен дауам итә. Һәлмәк кенә атлап, һуғышта зәғифләнгән аяғын күтәрә биреп, күҙҙәрен ҡыҫа төшөп класҡа йылмайып килеп ингәне әле лә күҙ алдында. Көр тауышы менән һаулыҡ һорашҡандан һуң, балаларҙың барлыҡ иғтибарын үҙенә туплап, дәрес башлар ине. Уҡытыусыбыҙҙың йор, тапҡыр һүҙле булыуы класта килеп тыуған көсөргәнешле хәлдәрҙе шыма ғына итеп үткәреп ебәрергә ярҙам итә торғайны. Уҡыусыларына ҡарата талапсан да, шул уҡ ваҡытта мәрхәмәтле, иғтибарлы, ярҙамсыл да булды ул. Уҡыусылары ла һынатманы. Күптәре юғары уҡыу йорттарын тамамлап, инженер, геолог, быраулаусы, нефтсе булып хеҙмәт итте. Йәмәғәт эштәренән дә ситтә ҡалманы, йәш быуынға патриотик тәрбиә биреүгә ҙур өлөш индерҙе. Ҡатыны Мәрйәм апай менән бер ҡыҙ, ике ул тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында күрһәткән батырлығы һәм ҡыйыулығы өсөн ул “Батырлыҡ өсөн”, “1941-1945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн” миҙалдары, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә. Ишембай районы мәғариф бүлеге тарафынан бирелгән маҡтау грамоталары, рәхмәт хаттары уның намыҫлы хеҙмәтен данлай.

Ә инде Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында Курск дуғаһында алған төҙәлмәҫ яраһы Әхәт ағайға ғүмере буйына ла тынғылыҡ бирмәй, һыҙланыуҙарға дусар итә. 1987 йылда һуғыш яугиры һәм уҡытыусыбыҙ яҡты донъя менән хушлашты.

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, хөрмәтле уҡытыусы Әхәт Абдрахман улы Дауытовтың яҡты исеме уҡыусылары һәм халыҡ күңелендә онотолмай һаҡлана. Мәҡәләмде Кинйәбулат ауылының арҙаҡлы улы, күренекле шағир-прозаик Риф Мифтаховтың уҡытыусыларға арнап яҙылған шиғыр юлдары менән тамамлайым.

УҠЫТЫУСЫ

Йөрәгемә, асылыма
Өр яңынан донъя асыла.
Асыла бер ябай һүҙҙән,
Бөйөк һүҙҙән – мәктәп тигән.
Әлифбаның “А” хәрефе кеүек
Ул һүҙ беҙҙең аңға һеңгән.
Шуғалыр ҙа мәктәп күрһәм,
Ялҡын йүгерә эстәремдән,
Осҡон сәсрәй хистәремдән.
Шул мәктәптең изге ҡото,
Йәме, моңо, нуры, уты –
Һин тораһың күҙ алдымда,
Яҙмышымда уҡытыусы.
Һәр баланың йөрәгенә
Урау-урау юлдар илтә.
Шул юлдарҙы таба белгән
Һинең аҡыл ҡөҙрәтеңә
Мин һоҡланам, уҡытыусы,
Мин баш эйәм, уҡытыусы.
Тәү ҡыңғырау сыңлағандай,
Һуңғы вальс моңдарындай,
Хәтеремдән һаман сыҡмай,
Зиһенемде һаман ҙурлай,
Аңға һеңгән аҡыл, хисең,
Ҡанға һеңгән һинең исем.
Йылдар аша тере һының
Ябай кешем, бөйөк кешем,
Ҡосаҡлайым, уҡытыусым.

 

Фото автор архивынан

Автор:Юнир ТИМЕРБУЛАТОВ, 1959 йылғы сығарылыш уҡыусыһы. Кинйәбулат ауылы.
Читайте нас в