Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
9 Сентябрь , 10:30

Балалар киләсәк ҡалаһын төҙөй

Яҡташыбыҙ - Урман-Бишҡаҙаҡ ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 9-сы класс уҡыусыһы Камилла Захарова республика ҡатнашыусылары араһынан «Минең илем – минең Рәсәй» конкурсында еңеү яуланы. Әлеге мәлдә ул башҡа еңеүселәр менән Артек лагерында «Киләсәк ҡалаһын төҙөү» проекты өҫтөндә эшләй.

Балалар киләсәк ҡалаһын төҙөй
Балалар киләсәк ҡалаһын төҙөй

- Ошо көндәрҙә «Артек» халыҡ-ара балалар үҙәгендә дисциплина-ара проект мәктәбе старт алды. Унда илдең төбәгенән 150 уҡыусы ҡатнаша. Был проект сиктәрендә заманса ҡала төҙөү алымдары менән танышасаҡбыҙ һәм баһалама ағзаларына үҙебеҙҙең урбанистик тәҡдимдәр менән сығасаҡбыҙ, - тип ихлас уртаҡлашты беҙҙең менән Камилла. – Беренсе тематик дәрестәр 6 сентябрҙә башланды. Беҙ 21 көн эсендә «Киләсәк ҡалаһын төҙөү» проектының концепцияһын булдырырға тейешбеҙ. Шул уҡ ваҡытта эксперттар менән урындағы үҙидаралыҡ системаһы менән танышасаҡбыҙ, унан һуң киләсәк ҡалаһының башлығын һайлаясаҡбыҙ. Бындай сарала ҡатнаша алыуым өсөн сикһеҙ шатмын, сөнки киләсәктә белемемде тап ошо йүнәлештә дауам итергә ниәтләйем. «Минең илем – минең Рәсәй» конкурсының төбәк инфраструктураһын үҫтереүҙә әһәмиәте бик ҙур.

Әйтергә кәрәк, дисциплина-ара проект мәктәбендә «Минең илем – минең Рәсәй» конкурсының еңеүселәренән тыш, «Балалар өсөн халыҡ әкиәттәре» һәм «Курчатов кодтары: мираҫ» махсус номинацияларҙа ҡатнашыусылар ҙа эшләй.

«Артек» халыҡ-ара балалар үҙәгенең директоры Константин Федоренко белдереүенсә, был учреждение һәләтле балаларға яңы мөмкинлектәр аса, уларҙың белемен камиллаштыра. Уның программаһы тап ҡала, ауыл биләмәләренең проекттары менән идара итеү өсөн старт компетенцияларын үҙләштереүгә ҡоролған. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Рәсәй – мөмкинлектәр иле» президент платформаһының «Минең илем – минең Рәсәй» конкурсы «Һәр кем өсөн социаль лифттар» федераль проекты сиктәрендә ғәмәлгә индерелгән.

 

Фото Камилла Захарова архивынан

Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас в