Атайыбыҙ бәләкәйҙән тырыш, эшсән булып үҫә. Ун йәшенән һал ағыҙырға йөрөй, үҫә килә комсомолға инә, комсомол ячейкаһы рәйесе була. Япон һуғышында ҡатнаша, унда ҡаты яралана. Шул сәбәпле һуғыштан ҡайтарыла. Тыуған яғына ҡайтҡас атайымды Ғафури районының Үтәк ауылына мәктәп директоры итеп эшкә тәғәйенләйҙәр. Әсәйебеҙ Маҡар районында эшләү сәбәпле, бер нисә йылдан атайыбыҙҙы ла Этҡол мәктәбенә директор итеп күсерәләр. Ә 1947 йылда иһә уны Этҡолдан Байғужа мәктәбенә директор итеп тәғәйенләйҙәр. Ул ваҡытта мәктәп бик насар торошта була. Балалар 4-се класҡа тиклем генә уҡыйҙар. Атайым уҡытыусылар менән бергә бүрәнә әҙерләп, мәктәптең эргәһендәге ике бинаны ремонтлап, мәктәпте 7 класҡа әйләндерәләр. Ул эшләгән йылдарҙа Бәләкәй Байыҡта бер иҫке генә өй ремонтланып уҡыусылар ҡабул ителә. Унда балалар 4-се класҡа тиклем белем ала. Уларға Зәйтүнә Ишморатова тигән уҡытыусы белем бирә. Оло Байыҡта ла 4-се класҡа тиклем мәктәп булды. Унда балаларҙы Аҫылғужин, Ҡашалаҡбашта Ямщиков, Кинйәбулатта Сәйет Макарский тигән ағайҙар белем бирҙе. 4-се кластан һуң Ҡашалаҡбаш мәктәбен тамамлаусылар промыслаға йөрөһә, башҡалары Байғужа ете йыллыҡ мәктәбендә уҡыуҙарын дауам итте. Байғужаға күрше тирә-яҡ ауылдарҙан да килеп уҡынылар. Уҡыусылар көн һайын арып ауылға ҡайтып йөрөмәһендәр өсөн атайымдың ҙур тырышлығы менән 1951 йылда ятаҡ асылды. Унда әсәйем Минегөл Хәмиҙуллина - тәрбиәсе, Йәмилә инәй аш бешереүсе булып эшләне.
Байғужа мәктәбендә көслө уҡытыусылар белем бирҙе. Беҙҙе 1-се класта Ибраһимов ағай, 2-4 кластарҙа Ямал апа уҡытты. Артабан математиканан Әхәт Дауытов, биологиянан Шәрәф Кинйәғолов, рус теленән Исхаҡ Нуриев, башҡорт теленән Әҙһәм Мифтахов, тарихтан Ғәлим Хәбибуллин, немец теленән Рая Әминева белем бирҙе.
Ошо мәктәптә уҡыған, республикала билдәле шәхестәр бихисап. Шуларҙан Баязит Ғәлимов, Риф Мифтахов менән бер класта уҡыныҡ, икеһе лә бик тырыш уҡыусылар ине, отличник булдылар. Шулай уҡ Социалистик Хеҙмәт Геройы Абдрахман Йәнбирҙин да Байғужа мәктәбен тамамланы. Ошо уҡытыусыларҙың береһе лә бөгөнгө көндә был яҡты донъяларҙа юҡ. Уларҙың биргән белемдәре, тәрбиәһе бөгөн дә уҡыусылары күңелендә йәшәй.