Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
5 Сентябрь , 13:00

Тарих сылбыры гәрәбәләре

Байғужа ауылының үҙәк урамы буйлап бер йәш кенә kыҙ килә. Оҙон сәстәрен килешле генә итеп төрөп, өйөп ҡуйған, kарағусkыл, бешкән сейә төҫөндәге итәк менән костюм кейеп алған... Был мин. Стәрлетамаk педагогия иститутының башланғыс белем биреү факультетын тамамлап, Байғужа мәктәбенең башланғыс кластар уkытыусыһы Үмәрғәлина Бөртөк Усман ҡыҙына эш һорарға китеп барам.

Икенсе көнөнә ул мине РОНОға алып барып, эшкә урынлаштырҙы һәм мин был бай тарихлы, тәрән тамырлы мәктәптә эш башланым. Утыҙ биш йыл бер мәктәптә эшләүем
- коллективтың берҙәм, көслө, Байғужа ауылы халkының уkытыусыларға ихтирамлы, балаларҙың белемгә ынтылыусан булыуынандыр, тип уйлайым. Башkа мәктәптәрҙә лә маkтаулы, үҙ эшенең оҫтаһы булған уkытыусылар эшләй. Ә минең яҙмам - Байғужа мәктәбенең мәшһүр белем биреү оҫталарының бер шәлкеме - мин эшләгән осорҙағылары тураһында.

Шуларҙың береһе - үтә лә талапсан, юғары кимәлдә дәрестәр биргән, күҙе менән йылмайып kарап, мине kанаты аҫтына алған, педагогия серҙәренә төшөндөргән өлкән уkытыусы Бөртөк Усман ҡыҙы. Шул тиклем һылыу, мөләйем, ә инде байрамдарҙа еңел генә итеп бейеп китеүе бөгөнгөләй күҙ алдымда тора. «Дәрестә kул күтәргән бала - kояшkа ынтылған кеүек», - тип әйтә торғайны ул.

Директорыбыҙ Абдрахманов Вольт Гәрәй улы уkытыусылар ғәиләһендә тәрбиәләнеп, зыялы кешеләрҙең иң юғары кимәлендә булғандыр. Бер генә лә тауыш күтәргәнен, асыуланғанын иҫкә төшөрөп булмай. Ә дәрестәрҙе анализлауға, методик кәңәштәр биреүгә - бик төплө, үҙ һөнәренең оҫтаһы ине.

Камалетдинова Нурия Ниғмәтйән kыҙы - сит телдәр уkытыусыһы. Ғәжәйеп эрудициялы, ярҙамсыл. Балаларға тәрән белем биреү һөҙөмтәһендә бихисап уkыусылары уның юлынан китте.

Биология, башланғыс кластар уkытыусыһы Ҡорбанғәлиева Сәбилә Ғибаҙулла kыҙы төрлө яkлап талантлы, егәрле белгес булды. Ул мәктәп баkсаһы үҫтергәндә ниндәй генә йәшелсә-емеш, сәскәләр үҫмәй ине! Ә күпме баланың телен астырып, күпме сәхнәгә һөйөү тәрбиәләне ул. Матурлыk тәрбиәләүсе тейер инем мин уны.

Үмәрғәлина Хәҙисә Арыҫлан kыҙы - көслө математик. Яңғыҙы дүрт ир бала тәрбиәләп үҫтергән бөйөк әсә. Уның өйөндә булғанда ғәжәйеп бер ыkсымлыk, бөхтәлек хөкөм һөрөүе күңелгә һеңеп kалған.

Дауытова Тәскирә Абдулла kыҙы данлыkлы уkытыусы Дауытов Әхәт ағай нәҫеленән, физика-математика фәндәре белгесе. Алтмышынсы йылдарҙа математика буйынса республика олимпиадаһында kатнашып, Рәми Ғарипов исемендәге Өфө интернат мәктәбенә саkырыла. Уны тамамлап, Өфө педагогия институтында белем ала һәм туған мәктәбендә балаларға математиканан белем һәм тәрбиә бирә. Нимә генә эшләһә лә, еренә еткереп, бөтә тырышлығын һалып эшләй ине ул.

Йәмилева Зилә Хөрмәт kыҙы башkорт теле һәм әҙәбиәте уkытыусыһы булды. Үтә лә талантлы уйлап табыусы, kыҙыkлы дәрестәр, тәрбиәүи саралар үткәреүсе Зилә Хөрмәт ҡыҙының дәрестәре үҙе бер мөғжизә ине. Уның үткәргән дәрестәре һәм тәрбиәүи саралары бик бай йөкмәткеле булып иҫтә kалған. Оҙон-оҙон шиғырҙарҙы ла, көнөндә ятлап алып, үҙенә бер шиғри моң менән һөйләй ине ул.

Абдрахманова Рәмзиә Хәбибрахман kыҙы рус теле һәм әҙәбиәтен уkыта ине. Үтә лә тыйнаk, арымай-талмай уҡыусыларына дөрөҫ яҙырға, китап уkыуға һөйөү тәрбиәләне,
уларҙың рус телмәрен акцентһыҙ итергә тырышты ул. Байғужа мәктәбе - тарих муйынсағын теҙгән сағыу гәрәбәләр улар. Эскерһеҙ, һәр баланың күңеленә оло тормош юлына яkты һуkмаk һалыусы коллегаларым. Инде, ахирәттә булғандарына яҙғандарым доға булып ирешеүен, иҫәндәренә бәхетле kартлыk, яkындарының kәҙер-хөрмәтендә оҙон ғүмер кисереүҙәрен теләп kалам.

Автор:Гөлсинә МИРАСОВА, пенсионер-уkытыусы.
Читайте нас в