Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
4 Сентябрь , 13:00

Балаларҙы яратырға кәрәк - дөрөҫ тәрбиә ошонан башлана

Уҡытыусы һөнәрен һайлаған кеше тәүлек әйләнәһенә эштә тиергә була. Был бигерәк тә һәр ваҡыт ата-әсәләр менән бәйләнештә булған, уларға мәктәптәге барлыҡ яңылыҡтарҙы еткереп, олоһона ла, кесеһенә лә ихлас кәңәштәрен биргән, бер сара ла уларҙан тыш үтмәгән уҡытыусыларға хас. Гөлфиә Сынтимер ҡыҙы һәм Әнүр Әхмәт улы Ғүмәровтар ғаиләһе лә шундайҙарҙан.

Балаларҙы яратырға кәрәк - дөрөҫ тәрбиә ошонан башлана
Балаларҙы яратырға кәрәк - дөрөҫ тәрбиә ошонан башлана

Гөлфиә Сынтимер ҡыҙы - Ә.Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназияинтернатының тәрбиәүи эштәр буйынса директор урынбаҫары, Әнүр Әхмәт улы ошо уҡ уҡыу йортонда физкультура уҡытыусыһы булып эшләй. Алдынғы ҡарашлы педагогтар, өлгөлө ғаилә ағзалары менән һөйләшеү тәрбиә, уҡытыусы эшенең үҙенсәлектәре тураһында барҙы.

Гөлфиә Ғүмәрова ишле ғаиләлә икенсе ҡыҙ булып донъяға килә. Ҡанаҡай ауылы мәктәбен тамамлағандан һуң, Салауат педагогия училищеһында белем ала. Йәш белгес 1992 йылда 2-се башҡорт гимназия-интернатына башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшкә урынлаша. Артабан тәрбиәүи эштәр буйынса директор урынбаҫары итеп үрләтелә. 2014 йылда тырыш педагогты мәғәриф бүлегенә баш инспектор итеп саҡыралар. Унда дүрт йыл эшләгәндән һуң Ишембай махсус уҡытыу-тәрбиә учреждениеһында ике йыл тирәһе хеҙмәт итә. Шулай ҙа тәжрибәле белгесте тәүге эш урыны, яратҡан гимназияһы үҙенә тарта һәм 2019 йылда кире туған мәктәбендә социаль педагог булып эшкә урынлаша. Аҙаҡ тәрбиәүи эштәр буйынса директор урынбаҫары итеп тәғәйенләнә.

Әнүр Әхмәт улы Силәбе физкультура институтын тамамлап гимназияға физкультура уҡытыусыһы булып эшкә ҡайта. Йәштәр шунда танышып, өйләнешә. Әнүр Әхмәт улы ла гимназиянан китеп бер нисә йыл 1-се спорт мәктәбе директоры булып эшләй. Ләкин уны ла гимназия үҙенә тарта һәм тәжрибәле уҡытыусы яңыраҡ тағы ла мәктәпкә физкультура уҡытыусыһы булып ҡайта. Әйтергә кәрәк, үткән йыл һөҙөмтәләре буйынса, ҡала һәм район мәктәптәре араһында уҡыусыларҙың спартакиадаһында гимназия уҡыусылары беренсе урын яулай. Үҙ һөнәренең оҫтаһы Әнүр Ғүмәровтың уҡыусылары төрлө олимпиада еңеүселәре һәм призерҙары, уларҙың күрһәткестәре лә юғары.

Әнүр Әхмәт улы менән Гөлфиә Сынтимер ҡыҙының икеһенең дөйөм хеҙмәт стажы 60 йыл тирәһе. Фиҙаҡәр хеҙмәттәре бер нисә тапҡыр Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының, муниципаль район хакимиәтенең, район мәғариф бүлегенең маҡтау грамоталары, рәхмәт хаттары менән билдәләнгән.

Ғүмәровтар ике бала тәрбиәләп үҫтергән. Ҡыҙҙары Азалия 2-се башҡорт гимназия-интернатында белем алғандан һуң Санкт-Петербург дәүләт иҡтисад университетын тамамлай. Йәш белгес “Газпром нефть Бизнес-сервис” йәмғиәтендә әйҙәүсе белгес булып эшләп, әле бала ҡарау буйынса ялда. Тормош иптәше лә ошо уҡ компанияла инженер булып хеҙмәт итә. Улдары Динар быйыл ошо уҡ гимназияны тамамлап, ӨДНТУ-ның таунефть факультетына уҡырға ингән.

Һүҙ ыңғайы Гөлфиә Сынтимер ҡыҙына бер нисә һорау ҙа бирҙем.

- Ни өсөн уҡытыусы һөнәрен һайланығыҙ?

- Уҡытыусы – үҙе янып, башҡаларға яҡтылыҡ һибеүсе шәм, тиҙәр. Нисек кенә булмаһын, педагог һөнәрен һайлағанһың һәм әле уҡытыусы тигән бөйөк исемде йөрөтәһең икән, ысынлап та, тырышлыҡ һәм ныҡышмалылыҡ кәрәк. Шул саҡта ғына маҡсатыңа өлгәшәсәкһең. Балаларға, педагогия хеҙмәткәрҙәренә, һөнәренә ҡарата оло һөйөүҙе миңә класс етәксем Эльмира Борхан ҡыҙы Фәхретдинова уятҡандыр, тип уйлайым. Уның сибәрлегенә, оҫталығына, ысын уҡытыусы, иптәш, дуҫтарса мөғәмәлә итеүенә һоҡланыуым ҙур ине. Шулай уҡ бер туған Әлфиә апайым да Ҡанаҡай ауылында тәжрибәле, абруй ҡаҙанған башланғыс кластар уҡытыусыһы, минең өлгөлө остазым. Ул да миңә ҙур этәргес көс бирҙе.

- Тәрбиәләү процесында ниндәй алымдар ҡулланаһығыҙ?

- Мәктәп – баланың икенсе йорто, уҡытыусы – уның икенсе ата-әсәһе. Уҡыусының күҙҙәренә ҡарап, уның нимә тойғанын, ниндәй хис-тойғо кисергәнен, нимә әйтергә теләгәнен күреп, тойомлап була. Балаларҙы, тәрбиәләп алайым әле, тип, махсус тәрбиәләп булмай, улар барыбер ҙә һинең холоҡ-фиғелеңде, ҡылыҡтарыңды ҡабатлаясаҡ. Мин алты балалы ғаиләлә үҫтем. Атай-әсәйем беҙгә дөрөҫ тәрбиә бирҙе, үҙ-ара татыу булырға өйрәтте, мин уларға бурыслымын. Улар әле булһа ауылда аҙбар тултырып мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрай. Апайым, һеңлеләрем һәм ҡустым менән аралашып һәр ваҡыт кәңәшләшеп торабыҙ.

- Һеҙҙеңсә ғаиләлә татыулыҡтың нигеҙе нимәлә?

- Иң мөһиме бер-береңә ихтирам, һөйөү кәрәктер тип уйлайым. Балаларыбыҙҙың уңыштары беҙҙе тағы ла нығыраҡ дәртләндереп тора. Яңыраҡ ҡыҙым, кейәүем һәм ейәнсәрем ҡунаҡҡа ҡайтып киттеләр. Ошолар беҙҙе тағы ла нығыраҡ яҡынайта.

- Элегерәк балалар нисек ине һәм хәҙер? 

- Был бик сетерекле һорау. Элекке ваҡыт менән әлегене сағыштырып булмай, ер менән күк араһы тип әйтергә була. Заман балаларын интернет һәм гаджетһыҙ күҙ алдына ла килтереп булмай. Беҙҙең бурыс – ялған мәғлүмәтте дөрөҫөнән айыра белергә, кәрәклеһен генә һайлай белергә өйрәтеү. Элек балаларҙы ата-әсә һәм уҡытыусылар тәрбиәләһә, хәҙерге балаларҙы ниндәйҙер кимәлдә интернет тәрбиәләй, тип әйтеү дөрөҫлөккә тап килә, шуға күрә бөгөнгө малай һәм ҡыҙҙар тиҙ ҡуҙғыусан, теремек, тиктормаҫ, ҡыҙыҡһыныусан. Уларҙың һәр нәмәгә үҙ ҡарашы бар, үҙ фекерен яҡлай белеүе маҡтауға лайыҡ.

- Уҡыусы балаларҙың абруйын яулау өсөн педагог ниндәй сифаттарға эйә булырға тейеш?

- Заман башҡа – заң башҡа, тигәндәй, хәҙер дәресте бер китап менән генә үткәреү мөмкин түгел. Уҡытыусыға заман менән бергә атларға, заманса технологиялар менән эш итә белергә кәрәк. Ул уҡыусылар менән бер телдә һөйләшә алырға, уларҙың ҡыҙыҡһыныуын тойомларға, һиҙергә тейеш. Тап шул ваҡытта ғына уҡыусылар дәрескә ҙур теләк менән киләсәк һәм уҡытыусыны хөрмәт итәсәк.

- Гимназияла уҡыған уҡыусыларҙың ата-әсәләренә һәм яңы эшкә урынлашҡан уҡытыусыларға теләктәрегеҙ ниндәй?

- Ата-әсәләр балаларына башҡорт теленә ҡарата һөйөү тәрбиәләһендәр, йолаларыбыҙҙы һаҡлап, өйҙәрендә башҡортса аралашһындар ине. Телебеҙҙе бөтөрөргә юл ҡуйырға ярамай. Тәртипле, әҙәпле балалар тәрбиәләһендәр, сөнки сабый саҡтан бала барыһын да ата-әсәһенән күреп үҫә. Ә уҡытыусыларға килгәндә, төрлө кәңәшмәләрҙә, конкурстарҙа әүҙем ҡатнашып үҫешһендәр, уларға түҙемлек һәм уңыштар теләйем. Яңы эшкә килгәндәрҙең уҡытыусы осҡоно бар икән, ул һүнмәһен, артабан да дөрләп янып торһон, эштәренән ҡурҡмаһындар.


Фото ғаилә архивынан.

Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас в