

Тантаналы линейканы төбәк буйынса баш федераль инспектор асты, ул Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаровтың сәләмләүен уҡып ишеттерҙе: «Һеҙгә сифатлы белем һәм башланғыс хәрби әҙерлек буйынса оҫталыҡ алыу, интеллектуаль һәм физик үҫеш кимәлен күтәреү мөмкинлеге тейҙе. Бының өсөн округтағы кадет корпустарында бөтә шарттар ҙа булдырылған. Аҡыллы һәм белемле йәштәр - Ватаныбыҙҙың, бөйөк илебеҙҙең киләсәге. Уҡытыусыларығыҙға һәм остаздарығыҙға ҙур рәхмәт. Һеҙ эшегеҙгә бөтә күңелегеҙҙе һалаһығыҙ, балаларға белем донъяһын асаһығыҙ һәм ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға ярҙам итәһегеҙ. Һеҙҙең өсөн иң яҡшы награда - уҡыуҙа, спортта һәм ижадта тәрбиәләнеүселәрегеҙҙең юғары күрһәткестәрелер, тип ышанам”. Алексей Касьянов, шулай уҡ, кадет белемен һайлап, яҙмышын Ватанға хеҙмәт итеү менән бәйләргә ҡарар иткәндәр лайыҡлы һәм яуаплы аҙым яһай, тип билдәләне.
Быйыл Ишембайҙағы кадет корпусына республиканан ғына түгел, ә Ырымбур, Силәбе өлкәләренән, Пермь крайынан һәм Татарстан Республикаһынан 90 үҫмер уҡырға килде. Бында 6-11 кластарҙа бөтәһе 300-ҙән ашыу курсант, шул иҫәптән ишле, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән һәм хәрби хеҙмәткәрҙәр ғаиләләренән балалар белем ала. Уҙған йылдарҙа мәктәп тамамлаусылар Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, хоҡуҡ һаҡлау органдары һәм Оборона министрлығы линияһы буйынса юғары уҡыу йорттарына ҡабул итеү имтихандарын уңышлы үтә. Марш тамамланғас, балалар Рәсәй һәм Башҡортостан гимнын башҡарҙы һәм саф аҙымдар менән үтте. Һуңынан Алексей Касьянов уҡыу йортоноң эшен тикшерҙе һәм корпус етәкселеге менән кәңәшмә үткәрҙе. Унда уҙған йылға йомғаҡ яһалды һәм алдағы йылға пландар ҡаралды.
Яңы уҡыу йылында балалар яңы белемдәр туплаһын, ҡыҙыҡһынып уҡыһын, юғары һөҙөмтәләргә өлгәшһен! Хәстәрлекле уҡытыусыларыбыҙға иһә яңы һөнәри уңыштар, илһам теләйбеҙ, яратҡан эшегеҙҙән ҡәнәғәтлек алып эшләргә насип булһын!
Автор фотолары