Мәғариф
20 Август 2022, 09:00

Киләсәккә ҙур аҙым

Ишембай районы муниципаль районының алты ҡала һәм ауыл мәктәбе капиталь ремонт программаһына инде. Уның ярҙамында был мәктәптәр тулыһынса реконструкциялана.

Киләсәккә ҙур аҙымКиләсәккә ҙур аҙым
Киләсәккә ҙур аҙым

Эштәр барышы менән танышыу маҡсатында Ишембайға Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, шашка буйынса ете тапҡыр донъя чемпионы Тамара Танһыҡҡужина килде. Тамара Михайловна Ишембай районы хакимиәте башлығы Азат Ишемғолов оҙатыуында 11-се мәктәптең беренсе корпусын һәм Спорт һарайын ҡараны.

Мәктәптә эш ҡайнай - уҡыу йылы башланыуға бик аҙ ғына ваҡыт ҡалды. Хәйер, бинаның икенсе һәм өсөнсө ҡаттары әҙер тиерлек, әле  эшселәр линолеум түшәүҙе тамамлау өҫтөндә, ә ҡайһы бер кластарҙа хатта мәктәп таҡталары беркетелә.

- Киләсәккә пландарыбыҙ ҙур, - ти 11-се мәктәп директоры Наталья Михеева. - Беҙ 1-11-се кластарҙа һөнәри йүнәлеш биреү программаһы буйынса эшләйәсәкбеҙ, пландар әҙер, методикалар эшкәртелгән. Шулай уҡ бинаның бер өлөшөн мәғлүмәт технологиялары өлкәһендә көнүҙәк белемдәрҙе тиҙ үҙләштереүгә йүнәлтелгән программалар буйынса мәғариф үҙәге – “IT-куб” өсөн бирҙек. Әгәр тотош мәктәп буйынса стеналарҙың һәм линолеумдың төҫөн бергәләп хәл итһәк, “куб”та - федераль үҙәк менән берҙәм стиль. Мәктәп бинаһында пастель тондары өҫтөнлөк итә, ә “куб”та – сағыу төҫтәр күберәк.

Наталья Владимировна әйтеүенсә, мәктәп 1983 йылда төҙөлгән һәм унда бер тапҡыр ҙа капиталь ремонт булмаған. Был ваҡиғаны педагогтар ҙа, балалар ҙа, ата-әсәләр ҙә
көтөп алған. Реконструкция белем биреү мөмкинлектәрен киңәйтергә булышлыҡ итәсәк, бында яңы зоналар барлыҡҡа киләсәк. Мәҫәлән, коворкинг, унда осрашыуҙар ойошторорға, лекциялар үткәрергә мөмкин буласаҡ. IT-кубта балалар бер нисә телдә программалаштырыуға өйрәнәсәк, юғары технологиялар өлкәһендә белем аласаҡ. Уҡыусылар һәм атаәсәләр яңыртылған мәктәптең асылыуын түҙемһеҙлек менән көтә. Ремонт барышында бина тулыһынса реконструкцияланған - инженер
селтәрҙәре, ҡыйығы, туҡланыу блогы алмаштырылған.

Мәктәп яны биләмәһе лә яңыртыласаҡ, уның өсөн аҡсаны республика бүләсәк. Сәскәлектәрҙең яңы дизайнын әҙерләү, юлдарға асфальт түшәү, мәктәптең ҡоймаһын алмаштырыу - былар мәктәп ихатаһын төҙөкләндереү буйынса эштәр исемлегенә инә. Эштәр күп әле - яңы мебель алырға, уны йыйырға, ҡуйырға, шулай уҡ кабинеттарҙы техника менән йыһазландырырға кәрәк. Эшселәр, август аҙағына тиклем эште тамамлап өлгөрөү өсөн тырыша.

Ә бына Спорт һарайы бинаһын әлегә ремонтлай башламағандар. Төп реконструкцияны бассейн көтә, шулай уҡ бинаның тышҡы яғы яңыртыласаҡ.

- Үҫеп килеүсе быуынға хеҙмәт итергә тейешле объекттарҙы ремонтлау - киләсәккә өлөш индереү ул, - тип иҫәпләй Тамара Танһыҡҡужина.

– Беҙ уҡыу йорттарының нисек төҙөкләндерелеүен ҡарарға, Спорт һарайын ремонтлау планын тикшерергә килдек. Ишембай махсус уҡытыу-тәрбиәләү учреждениеһында беҙ тәрбиәүи процесҡа шашка уйынын индереү, балаларҙы интеллектуаль спорт төрҙәре аша тәрбиәләү перспективаһын тикшерҙек.

Тамара Михайловна эштәр барышы менән ҡәнәғәт ҡалыуын, тиҙҙән бар тырышлыҡ ыңғай һөҙөмтә бирер, тигән ышанысын белдерҙе.

 


Автор фотолары.

Киләсәккә ҙур аҙым
Киләсәккә ҙур аҙым
Киләсәккә ҙур аҙым
Автор:Ирина Вахонина
Читайте нас