Мәғариф
3 Августа 2022, 07:00

Белемгә илткән юл

Байғужа мәктәбенә - 150 йыл

Белемгә илткән юлБелемгә илткән юл
Белемгә илткән юл

Байғужа ауылына нигеҙ ХVII быуаттарҙа һалына башлаған. 1790 йылдарҙа ауылыбыҙ Аҙнай волосының үҙәгенә әүерелә. Телдән-телгә күсә килгән мәғлүмәттәргә ҡарағанда, шул дәүерҙә ауылда мәҙрәсә эшләгән.

1870 йылдарҙа Башҡортостан территорияһында урыҫ-башҡорт мәктәптәре асыла башлай. 1870 йылда Ырымбур ҡалаһының халыҡ училищеһен тамамлаған белгес Әлимғолов Арсланғәлей Өфө губернияһы тарафынан Аҙнай волосы Байғужа ауылына урыҫ-башҡорт училищеһен асыу өсөн ебәрелә.

Байғужа мәктәбенең беренсе уҡытыусыһы Зюзин фамилиялы булған. Ауыл халҡы уны «хорунжий» тип йөрөткән. Батша ғәскәрендә «хорунжий» лейтенант чинына тиң булған. Тимәк, ул уҡытыусы белемле кеше булған.

Билдәле булыуынса,1895 йылда Байғужа мәктәбендә - 35 бала, 1896 йылда өс класта 62 бала уҡыған. Уҡытыусылары Ибраһимов фамилиялы булған. Ошо йылдарҙа Башҡортостанда Аҙнай, Асҡар, Маҡар, Сахай һәм Учалы волостарында биш урыҫ-башҡорт мәктәбе эшләп килгән.

Байғужа мәктәбе 1917 йылға тиклем ауыл балалар уҡытыуҙы дауам иткән. Ерле халыҡ мәктәпте «өшкөл» тип йөрөткән. Өшкөлдә Сәлим исемле уҡытыусы уҡытҡан. Сәлим-большевик аҡтар ҡулынан ҡасып ҡотола һәм ауылдан сығып ҡаса. Шунлыҡтан, 1917-1919 йылдар арауығында мәктәп ябылып тора.

1919-1932 йылдарҙа ауылда дүрт йыллыҡ I баҫҡыс Совет башланғыс мәктәбе эшләй башлай. Октябрь революцияһынан һуң кантон приказы менән Солтанов Әхмәтвәли Шәһивәли улын директор вазифаһында, ҡатыны Орҡоя Латип ҡыҙын башланғыс кластар уҡытыусыһы итеп эшкә ебәрәләр. Уға Ырымбур ҡалаһы Диниә назаратын тамамлауын, мөғәллим һәм имам-хатиб вазифаһына лайыҡ булыуын раҫлаусы таныҡлыҡ бирелә. 

Совет башланғыс мәктәбе 1919-1930 йылға тиклем эшен дауам итә. 1930-1932 йылдарҙа II баҫҡыс тулы булмаған мәктәп ойошторола. 1932-1934 йылдарҙа ул ШКМ - школа колхозной молодежи тип үҙгәртелә. Директор булып Хисамов фамилиялы уҡытыусы эшләй. Мәктәп исеменә Мәғариф министрлығы тарафынан ошондай үҙгәрештәр индерелә:

1934 - 1961 й.й. - ете йыллыҡ,
1962-1970 й.й. - һигеҙ йыллыҡ,
1970-1976 й.й. - ун йыллыҡ,
1976-1990 й.й. - һигеҙ йыллыҡ,
1990-2011 й.й. - туғыҙ йыллыҡ,
2011 йылдан - башланғыс белем биреү мәктәбе булып ҡала.

2012 йылдан Байғужа мәктәбе Кинйәбулат урта белем биреу мәктәбенең филиалына күсә. Ошо уҡыу-уҡытыу йылдары дәүерендә эшләгән директорҙар исемлеге:
Солтанов Әхмәтвәли Шәһивәли улы, Нагаев А., Вәлитов Ғәзиз Хәмит улы (Ленин ордены кавалеры), Хәбибуллин Ғәлим Лотфулла улы, Солтанов Наил Әхмәтвәли улы, Ильясов Юлдаш Зәйнулла улы, Әбүбәкиров Ирек Сәйфулла улы, Абдрахманов Вольт Гәрәй улы, Әминов Мөхтәр Әхмәтғәли улы, Үмәрғәлин Ирек Самат улы, Ишемғолова Зөлхизә Миңнулла ҡыҙы, Ғиниәтуллин Шайморат Сәйфулла улы.

Ауыл мәғарифында тәрән эҙ ҡалдырған, бар ғүмерен мөғәллимлек эшенә бағышлаған Солтановтар ғаиләһендә Әхмәтйәнова Әҡлимә Абдулла ҡыҙы БАССР-ҙың һәм РСФСР- ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы тигән ике ҙур исемгә лайыҡ була.

Наил Әхмәт улы Солтанов директор булып эшләгән йылдарҙа Байғужа һигеҙ йыллыҡ мәктәбе районда иң өлгөлө мәктәптәрҙең береһе була. Ул 1957-1976 йылдарҙа директор вазифаһын башҡара. Мәктәптең ағас бинаһы ла, ҡыҙыл кирбестән һалынғаны ла уның шәхси инициативаһы һәм ныҡышмалылығы арҡаһында төҙөлә. Наил Әхмәт улына кешелекле булыуы нәҫелдән бирелә. Ул тәрбиәле, тыныс холоҡло, ғәҙел, тотанаҡлы, йор һүҙле, юғары эрудициялы, интеллегент кеше ине. Наил Әхмәт улының һуңғы көндәренә тиклем инде олоғайып бөткән уҡыусылары, коллегалары хәлен белешеп, эргәһендә ултырып һөйләшеп сығалар ине. Ул эшлекле һәм һөҙөмтәле етәкселек итеп, район педагогикаһы йәмғиәтендә киң танылыу һәм абруй яулаған шәхес булды. 

Тирә-яҡтағы Кинйәбулат, Ҙур һәм Бәләкәй Байыҡ ауылдары уҡыусылары өсөн 1961 йылда мәктәп эргәһендә ятаҡ асыла. 75 балаға бер тәрбиәсе, бер ашнаҡсы эшләй. Төп белем алыу менән бергә мәктәптә хеҙмәт тәрбиәһе лә бирелә. Хеҙмәт дәрестәрен үткәреү өсөн эш ҡоралдары менән тәьмин ителгән оҫтахана булдырыла. Мәктәптең теплицалы тәжрибә баҡсаһы була һәм ул тәбиғәттең бер гүзәл мөйөшөнә әйләнә. Тәбиғәтте өйрәнеү, география, биология дәрестәре лә шунда үтә. Мәктәп коллективы үҙҙәренең үҫтергән уңыштары менән район кимәлендә генә түгел, ВДНХ-ға ла күргәҙмәгә барып, урындар алалар.

1957-1958 уҡыу йылдарында «Ударник» колхозының дүртенсе баҫыусылыҡ бригадаһында сөгөлдөр үҫтереп, эшкәртеп, уңышын дәүләткә тапшыралар. Ул йылдарҙа мәктәптә ауыл хужалығы техникаһын өйрәнеү, агитбригада, ҡул эштәре, ҡуян үрсетеү түңәрәктәре эшләне. Тимур командаһында эшләү уҡыусыларға шатлыҡ ҡына ине. Бына шулай гөрләп торҙо беҙҙең мәктәбебеҙ.

Байғужа мәктәбенән сыҡҡан күренекле, данлыҡлы, хөкүмәтебеҙҙең юғары наградаларына лайыҡлы шәхестәребеҙ ҙә бихисап:

Бердин Ғәли Иркәбай улы - Советтар Союзы Геройы;

- Ғәлимов Баязит Сабирйән улы – БДУ проректоры, профессор, фәлсәфәүи фәндәр докторы, Халыҡтар дуҫлығы ордены менән наградланған;

- Мифтахов Риф Фәйзрахман улы - шағир, журналист, тәржемәсе, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре;

- Ҡорбанғәлиева Суфия Шәрәфулла ҡыҙы - Башҡортостандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, профессор.

Беҙ улар менән ғорурланабыҙ. Әлеге ваҡытта филиалдың етәксеһе Шайморат Сәйфулла улы Ғиниәтуллин. Уҡытыусыһы Кәримова Фәүриә Миниәхмәт ҡыҙы.

Мәҡәләбеҙҙе ауылдашыбыҙ Рәмзиә Йәғәфәрованың “Юғалма, һин , Байғужам тарихынан!” тип аталған шиғыр юлдары менән тамамлағы килә:

Беләһеңме, уҡытыусым!
Рәхмәтлебеҙ һиңә.
Дөрөҫ юлдан барҙыҡ,
Һин өйрәткән тура, аҡ юлдан.
Ҡотло булһын юбилейың, мәктәбебеҙ!
Юғалма, һин, Байғужам тарихынан!

 

Байғужа ауылы мәктәбенең юбилейы уңайынан һәр йылдағы сығарылыш уҡыусыларын 17 сентябрҙә 2022 йылда сәғәт 11-гә байрамға саҡырабыҙ!

Үҙҙәренең килеү теләктәрен белдереүселәргә бәйләнеш телефондары: 8-919-604-28-48; 8-965-186-47-74; 8-986-709-79-18; 8-917-458-67-63.

Белемгә илткән юл
Белемгә илткән юл
Белемгә илткән юл
Белемгә илткән юл
Автор:Байғужа ауылының “Ағинәйҙәр” ойошмаһы
Читайте нас