

Күптән түгел ошо белем усағын 1997 йылда тамамлаусылар мәктәбебеҙгә йыйылдыҡ. Осрашыу шатлығынан йөҙҙәренән нурҙар һибелгән элекке уҡытыусыларҙы һәм уҡыусыларҙы гимназия директоры Әлфис Ғаяз улы Фәйзуллин, фәнни-методик эштәр буйынса директор урынбаҫары Зилә Муса ҡыҙы Ниғмәтуллина, гимназист ҡыҙҙар йылмайып, ихлас ҡаршы алды һәм мәктәп буйлап экскурсия үткәрҙе. Күрһәтерлек, маҡтанырлыҡ, ғорурланырлыҡ урындары бар шул: Рәсәй кимәлендәге төрлө конкурстарҙа еңеүҙәр, заманға ярашлы ҡорамалдар менән йыһазландырылған кабинеттар, гимназияның үҙ гәзитен сығарыу, телевидениеһын булдырыу, бай материалдар тупланған музей һәм башҡалар. Күмәкләшеп тыуған йортобоҙға ҡайтҡан кеүек булдыҡ. Ошондай мөмкинлек өсөн гимназия коллективына, Әлфис Ғаяз улына сикһеҙ рәхмәтлебеҙ.
Ҡунаҡҡа килгән элекке уҡыусылар башҡарыуында “Ҡайҙа һеҙ, ҡайҙа шау-гөр килешеп, уйнап-көлөшөп уҡыған саҡтар”, - тигән йыр барыһын да тамаша залына саҡыра. Осрашыуҙы зауыҡлы, эстәлекле итеп үткәреүгә ҡыҙҙарыбыҙ Гөлфиә, Рәмилә, Рәүилә күп көс һалған. Һәр кем гимназияға, уҡытыусыларға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе, бүләктәр тапшырҙы, үҙе тураһында һөйләне, ҡыҙыҡлы ваҡиғаларҙы иҫкә алды. Класташтарым да, уҡытыусыларым да йыр-моңға бигерәк маһир - бер-бер артлы сәхнәгә сығып йырлап, байрамды тағы ла йәмләп ебәрҙеләр. Фидандың, Гөлфиәнең, Рафаилдың, Рәүиләнең сығыштары осрашыуыбыҙҙың иң тулҡынландырғыс мәле булды.
Уҡытыусыларым БР-ҙың мәғариф алдынғыһы, БР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы, «Ал да нур сәс халҡыңа» һәм Ю. Гагарин миҙалдары менән бүләкләнгән Гөлназ Ғафир ҡыҙы Әхмәҙиева, БР-ҙың мәғариф отличнигы Илүзә Морат ҡыҙы Зөлҡәрнәева, БР-ҙың мәғариф отличнигы, РФның атҡаҙанған дөйөм белем биреү хеҙмәткәре Вәсилә Нәҙер ҡыҙы Әмирова, БР-ҙың мәғариф отличнигы Мәрйәм Ғәйфулла ҡыҙы Фәйзуллина, талантлы шағирә Ғәлиә Миҙхәт ҡыҙы Кәлимуллина, педагогия фәндәре кандидаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы Гөлнур Шамил ҡыҙы Аҙнағолова, БРҙың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре Вәдүт Ғәйфулла улы Исхаҡов, класс етәкселәрәбеҙ Нурия Әүхәҙи ҡыҙы Кәримова, Риф Ғәлимхан улы Сәхәпов, Гөлфирә Шәрифҡол ҡыҙы Мусина – уларҙың барыһы ла мәғарифҡа, балаларға ғүмерен бағышлаған, тәжрибәле, һәр кемгә өлгө булырлыҡ остаздар. Гөлнур Шамил ҡыҙының йырлаған йырҙары, Ғәлиә Миҙхәт ҡыҙының, Мәрйәм Ғәйфулла ҡыҙының шиғырҙары осрашыуға йәм өҫтәне, улар күңелдәребеҙҙә оҙаҡ һаҡланасаҡ.
Шундай уҡытыусылар көс һалғанға күрә уҡыусылары ла белемле, уңышлы, һәр береһе тормошта үҙ урынын тапҡан кешеләр. Мәктәп йылдарын шуҡлыҡтары, шаянлыҡтары менән дер һелкетеп торған егеттәребеҙ Таһир Шәрәфетдинов республикабыҙҙың адвокаттар палатаһында бүлек етәксеһе, Ринат Хисмәтуллин - хәрби
хеҙмәт подполковнигы, Рафаил Кәримов - полиция капитаны, Илнур Әхмәтов – майор, Илшат Ғәббәсов – төҙөүсе, Фәнил Кәримов - оҫта стоматолог, Фидан Яппаров сауҙа өлкәһендә үҙҙәрен тапҡан ир-уҙамандар.
Ә һылыуҙарҙан-һылыу ҡыҙҙарыбыҙ медицина, белем биреү, мәҙәниәт, матбуғат өлкәһендә эшләй. Баҫҡан ерҙә ут сығарған, көслө рухлы, ғаиләләрендә наҙлы әсәй, эшләгән урындарында алыштырһыҙ белгес улар: матбуғат хеҙмәткәре, талантлы мәҙәниәт белгесе Гөлфиә Солтанғолова, йыр-моңға ғашиҡ, иҫәп-хисап белгесе Гөлфиә Сәйфетдинова, медицина колледжы директоры урынбаҫары, БР-ның һаулыҡ һаҡлау отличнигы Рәмилә Ғатауллина, һандуғасыбыҙ, оҫта ойоштороусы Рәүилә Йәнтүрина, Әхмәтзәки Вәлиди музейы етәксеһе Минира Ибәтуллина, шәфкәт туташы, косметолог ҡыҙҙарыбыҙ Ләйсән Шәрәфетдинова, Рәмилә Аҫылгәрәева, сибәрҙәребеҙ Гүзәл Төхвәтуллина, Альбина Хәмиҙуллина, Айгөл Сәғитова, Венера Атйетәрова һәм башҡалар. Класташтарымдың һәр береһенең һоҡландырғыс тормоштары, уңыштары менән
ғорурланабыҙ.
Тәрбиәселәр тураһында айырым әйтеп китеү мотлаҡ. Атай-әсәйҙәренән айырылып килгән, әле күп нимәне белмәгән, төрлө холоҡло, төрлө ҡарашлы балаларға атай ҙа, әсәй ҙә, иптәш тә булған, һәр ҡайһыбыҙ менән уртаҡ тел табып, тура юл күрһәткән тәрбиәселәребеҙ Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының Маҡтау грамотаһына һәм Башҡортостан Республикаһы Башлығының Рәхмәт хатына лайыҡ булған Гәүһәр Әхмәт ҡыҙы Ваһапова һәм Рим Ғиниәт улы Ҡорбанғәлиев менән дә һөйләшеп һүҙҙәребеҙ бөтмәне.
Хәтирәләрҙе яңыртыу ризыҡтарҙан һығылып торған өҫтәл артында дауам итте. Бик күп йылы хистәр, аралашыу шатлығын, ҡыуаныслы мәлдәр бүләк иткән осрашыу
хәтерҙәрҙә оҙаҡ һаҡланыр.