Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
20 Июнь 2022, 10:00

Дәрестәрен көтөп алдыҡ...

Хәбәрсе лә, кәңәшсе лә булды.

Дәрестәрен көтөп алдыҡ...
Дәрестәрен көтөп алдыҡ...

Уҡытыусы!

Ошо исемдән дә

Артығыраҡ ниндәй исем бар!

Күңелем тулы һиңә рәхмәтем

 бар,

Йырҙа әйтеп бөтмәҫ хисем бар.

Рауил ШАММАС.

 

Һәр кеше үҙенең уйҙары менән үткән ғүмер юлын байҡағанда, бала саҡ иленә, мәктәп йылдарына әйләнеп ҡайтҡанда, тормошта үҙ юлыңды табырға, дөрөҫ һөнәр һайларға булыш­лыҡ иткән уҡытыусыларын иҫкә алалыр. Минең өсөн шундай уҡытыусы – ул әҙәбиәткә һөйөү уятҡан, хисле күңел тәрбиәләгән мөғәллим Ғайса Көнәфиә улы Кәримов.

Ғайса ағай (беҙ уҡытыусыларға ағай тип өндәштек) Ишембай райо­нының Ғүмәр ауылы мәктәбен­дә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыт­ты. Уның дәрестәрен көтөп ала торғайныҡ. Ғайса Көнәфиә улы улар­ҙы шул тиклем ихлас, мауыҡ­тырғыс итеп үткәрә ине: һәр балала тип әйтерлек ижади һәләт тәрбиә­ләне, туған телгә, әҙәбиәткә һөйөү уята белде. Егәрле, белемле уҡы­тыусы мәктәптә әҙәби түңәрәк ойошторҙо, йәш ижадсыларҙың әҫәрҙәрен баҫтырыу өсөн “Йәш әҙәбиәтсе” исемле альманах, “Егән” әҙәби гәзитен сығарҙы. Минең дә тәүге шиғырҙарым, мәҡәләләрем гәзит биттәрендә урын алды. Ғайса ағай күп белеүе, тел байлығы, алсаҡлығы менән айырылып торҙо.

Халҡыбыҙҙың аҫыл халыҡ ижады ынйыларын – рухи хазиналарын һаҡлауға ла мөғәллимебеҙ ҙур өлөш индерҙе. Беҙ әбей-бабайҙарға барып, әкиәттәр, легендалар, йомаҡтар яҙып ала торғайныҡ. Улар һуңынан “Башҡорт халыҡ ижады” томдарына ла инеп китте.

Талантлы, оло йәнле, эҙләнеүсән уҡытыусы, дәрестән тыш сараларҙы ла мауыҡтырғыс итеп үткәреп, уҡыусыларҙы ижадҡа йәлеп итте: әкиәт кисәләре, диспуттар, китап уҡыусылар конференциялары һәм башҡа бик күп саралар уҡыусылар­ҙың күңел байлығын үҫтерҙе, ижадҡа ылыҡтырҙы. Ғайса ағай һәр баланың күңелендә илһөйәрлек, телһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләне. Күп уҡыусыларҙың мәҡәләләре, шиғырҙары мәктәп йылдарында район, республика гәзиттәрендә, “Пионер” журналында баҫылып сыҡты. Мәктәп уҡыусылары, әлбиттә, бөтә­һе лә яҙыусы, шағир булып китмәне, ләкин улар уҡытыусыларының йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәне, ысын кешеләр булып тормош юлына баҫты. Беҙҙең ауыл мәктәбен тамамлағандар араһында дәүләт эшмәкәрҙәре лә, шағир-яҙыусылар ҙа, мәҙәниәт, матбуғат хеҙмәткәрҙә­ре лә, уҡытыусылар ҙа бик күп.

Республикабыҙҙа билдәле ша­ғир-яҙыусылар Вафа Әхмәҙиев, Рауил Ниғмәтуллин, Юлай һәм Салауат Кәримовтарҙың тәүге ижад емештәренә баһа биреп, артабанғы үрҙәргә әйҙәп һәм оҙаҡ йылдар уларҙың ижадын тикшереп, күҙәтеп барыусы ла булды Ғайса Көнәфиә улы. Остазының юлын дауам итеп, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡы­тыусыһы булып эшләүселәр иһә һанап бөткөһөҙ.

Ғайса Көнәфиә улы Кәримов 1925 йылда крәҫтиән ғаиләһендә донъяға килә. Ғүмәр башланғыс мәктәбен тамамлағандан һуң, Маҡар мәктәбенә йәйәү йөрөп уҡый. Ара йыраҡ, ҡытлыҡ йылдар, ләкин Ғайса ағай, бар көсөн һалып, белем алырға ынтыла.

Артабан ҡәһәрле һуғыш йылдары... 1943 йылда йәш егет һуғышҡа китә. Венгрия, Австрия, Чехословакия илдәренән фашист илбаҫар­ҙарын ҡыуыу өсөн йән аямай көрәшә. Күрһәткән батырлыҡтары өсөн ике тапҡыр “Батырлыҡ өсөн”, “Будапештты азат иткән өсөн”, “Венаны азат иткән өсөн”, “Праганы азат иткән өсөн”, “Германияны еңгән өсөн” миҙалдары һәм Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнә.

Һуғыш бөткәс тә, тиҙ генә тыуған яғына ҡайта алмай әле Ғайса ағай. Уға 1948 йылдың ғинуарына тиклем хеҙмәтен дауам итергә тура килә. Ҡайтҡас, райондың “Алға” гәзите редакцияһына эшкә урынлаша, Стәрлетамаҡ педагогия техникумына ситтән тороп уҡырға инә, ауылдашы Латифа исемле ҡыҙға өйләнә. 1950 йылда Ғайса ағай тыуған ауылы мәктәбенә уҡытыусы булып эшкә ҡайта, ошо йылда улы Юлай тыуа.

Һәр саҡ белемен камиллаштырыу өҫтөндә эшләгән уҡытыусы, артабан К.А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтын уңышлы тамамлап, ауылда юғары белемле тәүге мөғәллим була. Был осорҙа ауыл уҡытыусыһы мәктәптә генә эшләмәй: ул агитатор ҙа, кисен спектаклдәрҙә уйнаған артист та, республика гәзиттәренең штаттан тыш хәбәрсеһе лә, ауыл­даш­тарының хөрмәтле кәңәшсеһе лә була. Ғайса ағай оҙаҡ йылдар районда туған тел уҡытыусыла­рының методик берләшмәһенә етәкселек итте, үҙенең уҡытыу алымдарын йәштәргә өйрәтте, тәжрибәһе менән уртаҡлашты.

Оло йөрәкле, изге күңелле уҡы­тыусым бик күп ауылдаштарға уҡыуын Өфө ҡалаһындағы 1-се Республика башҡорт мәктәп-интернатында дауам итергә ярҙамлашты: үҙе юллап, Өфөгә алып барып урынлаштырҙы, уҡыусыларына оло тормош юлына сығырға йүнәлеш бирҙе. Һәм яңылышманы: уҡыусы­ла­ры – хәҙер республикабыҙҙа билдәле шәхестәр. Юғары үрҙәр яулаған бихисап уҡыусылары уҡытыусыһының изгелеген онотмай, уны ихтирам менән иҫкә ала.

Тормош иптәшем Флүр Дауыт улы Мәҡсүтов та йөрәгендә Ғайса ағайға ҡарата рәхмәт хистәре йөрөт­тө. “Өфөлә шундай шәп мәктәп-интернат барлығын белмәй ҙә инек. Ғайса ағай беҙҙе шунда уҡырға ба­рырға өгөтләне. Унда уҡый башла­ғас, ҡустымды ла эргәмә саҡырҙым. Әгәр 1-се мәктәп-интернатта уҡыма­һаҡ, беҙ радиофизиктар булып үҫешә алмаҫ инек”, – тип һөйләй торғайны ул.

Беҙҙең районда Ғайса Көнәфиә улы Кәримов исемендәге премия булдырылған. 2010 йылдан алып уны Ишембай районы хакимиәте, мәғариф бүлеге райондың иң алдынғы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларына тапшыра. Премия алыу уларға дәрт өҫтәй, ҡанат­ландыра, яңы үрҙәргә әйҙәй.

Ғайса ағай менән Латифа апай, ете балаға ғүмер биреп, уларҙы ысын кеше итеп тәрбиәләп, белем алырға ярҙам итеп, оло тормош юлына сығарҙы. Улар ата-әсәһе исеменә тап төшөрмәне, һәр береһе үҙ юлын тапты, матур итеп ғаилә ҡорҙо, балалар үҫтерҙе. Уҡытыу­сымдың ижади һәләте, таланты, йор һүҙлелеге балаларына ла мираҫ булып күсте. Оло улдары Юлай оҙаҡ йылдар комсомол, партия йүнәлешендә эшләне. Аҙаҡ “Ленинсы” гәзитендә, “Агитатор блокноты” журналында мөхәррир урынбаҫары, “Аманат” журналының баш мөхәр­рире, Башҡортостан радиоһы директоры вазифаларын башҡарҙы. БР Президенты Хакимиәтендә, “Башинформ” мәғлүмәт агентлығында, республиканың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығында эшләне. Юлай ағай шиғри күңелле ул: шиғырҙар, йырҙар ижад итә.

Ҡыҙҙары Светлана, Нәсимә, Нәҙимә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары булып эшләне, оло хөрмәт, ихтирам ҡаҙанды. Тағы бер ҡыҙы Ғәтифә менән улы Сафа ауыл хужалығы буйынса белем алды. Са­фа йәш кенә көйө вафат булды. Ғәтифә мәғариф системаһында өҫтә­мә белем биреү өлкәһендә хеҙмәт итте.

Ғайса ағайҙың таланты, алсаҡ­лығы, ижади һәләте улы Салауатҡа, бәлки, күберәк тә күскәндер, сөнки ул мәктәп йылдарында уҡ ижад ме­нән шөғөлләнә һәм әле лә ижадын дауам итә, хеҙмәт юлының байтаҡ өлөшөн журналистикаға, мөхәр­рирлек эшенә бағышланы. Бөгөн Салауат Кәримов республика­быҙ­ҙың ижтимағи-педагогик һәм фәнни-методик баҫмаһы “Башҡорт­ос­тан уҡытыусыһы” журналында баш мө­хәррир вазифаһын башҡара. Журнал республикабыҙҙа ғына түгел, Силәбе, Ҡурған, Ырымбур, Һамар, Төмән өлкәләренә, Пермь крайына һәм Татарстан Республика­һына тара­ла, ул яҡтарҙа ла танылыу яулай.

Салауат Ғайса улы журналислыҡ эшен яҙыусылыҡ менән бергә алып бара. Мәктәптә уҡыған йылдарында уҡ тәүге ижад емештәре республика гәзит-журналдарында баҫыла. Артабан ул үҙе балалар өсөн матур-матур китаптар ижад итте. “Тәүге дәрес”, “Урман аҡланында”, “Йон­доҙҡай”, “Йырсы сыйырсыҡ”, “Мин уҡырға яратам”, “Тыуған йорт йылыһы” китаптарын бәләкәстәр яратып уҡый. Өлкәндәр өсөн яҙылған “Сәйер төш”, “Күңел йылыһы” китаптарында һүрәтләнгән образдарҙа мин ҡайһы бер ауылдаштарымды танығандай булам.

Салауат Кәримовтың эшмәкәр­леге күп яҡлы. Ул журналист, яҙыусы булыу менән бер рәттән, билдәле педагог, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре, өлгөлө ғаилә башлығы ла. Байтаҡ йылдар М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия универ­ситетының башҡорт филологияһы факультетында лекциялар уҡый, практик дәрестәр, яҙыусылар менән осрашыуҙар үткәрә, йөҙҙән ашыу ғилми мәҡәлә авторы.

Салауат Ғайса улы – өлгөлө ғаилә башлығы, аҫыл улдар тәр­биәләгән атай, ҡәҙерле олатай. Ғаиләһендә лә ҡәҙер-хөрмәт, эшен­дә лә тәжрибәле белгес, ихтирамға лайыҡ шәхес, дуҫтары, туғандары, ауылдаштары өсөн аҡыллы кәңәш­се. Кеше өсөн ошонан да ҙурыраҡ бәхет бармы икән?!

Яҡташыбыҙҙың фиҙакәр хеҙмәте юғары баһаланды. Уның маҡтаулы исемдәре бихисап, ә шулай ҙа Салауат Кәримовтың Ишембай райо­нының почетлы гражданы һәм рес­публикабыҙҙың Салауат Юлаев ордены кавалеры булыуын да билдә­ләгем килә. Ул – беҙҙең районы­быҙ­ҙың, республикабыҙҙың ғорурлығы.

Атанан күргән – уҡ юнған, тип әйтелә халыҡ мәҡәлендә. Остазым Ғайса Көнәфиә улының данлы һәм мәртәбәле тормош юлы уның балаларында балҡып янған ғүмер булып сағыла.

 

Ф. МӘҠСҮТОВА, Ишембай ҡалаһы

https://bashgazet.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/2022-06-17/d-rest-ren-k-t-p-aldy-2845392

Дәрестәрен көтөп алдыҡ...
Дәрестәрен көтөп алдыҡ...
Автор:"Башҡортостан" гәзитенән.
Читайте нас: