Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
9 Июнь 2022, 12:00

УҠЫТЫУСЫ ЭШЕНӘ АРНАЛҒАН ҒҮМЕР

Донъяла бик күп кеше йəшəй, тик  уларҙың ҡайһылары ғына зəңгəр күктə яҡты йондоҙ кеүек балҡып, халыҡ хәтерендә онотолмаҫлыҡ хəтирəлəр ҡалдыра.

УҠЫТЫУСЫ ЭШЕНӘ АРНАЛҒАН ҒҮМЕР
УҠЫТЫУСЫ ЭШЕНӘ АРНАЛҒАН ҒҮМЕР

Беҙҙең инəйебеҙ Кəбирə Сəитғази ҡыҙы Мөхйəнова тап шундай кешелəрҙең береһе ине. Ул бөтə ғүмерен уҡытыусы эшенə бағышланы. Уҡытыусының төп тəғəйенләнеше - балаларға тулы, төплө белем биреү. Килəсəккə яҡшы орлоҡтар сəсеп, килəһе көнгə уңыштарға өлгəшеү – уҡытыусының маҡсаты. Ул бөтə ғүмерен ошо маҡсатҡа бағышланы һəм намыҫлы эше менəн ысын уҡытыусы икəнен иҫбат итеп йəшəне.

Кəбирə инəйем Нəбирə өлəсəйем менəн Сәитғази олатайымдың беренсе балаһы булып донъяға килә. Атаһы һуғышҡа киткәндә уға - 11, атайыбыҙ Ғаязға – 7, Әсҡәт ағайыбыҙға 4 кенә йәш була. Дүртенсе балаһы Әҡсəн һуғыш башланғас тыуа. Ошо ҙур ғаиләлә инәйебеҙгә һуғыш йылдарының бөтә ауырлығын күтәрергә тура килә. Өйҙәге эштәр, бәләкәй туғандарҙы ҡарау уның өҫтөндә була.

Нәбирә өләсәйебеҙ артелдә урман киҫергә йөрөй. “Әсәйебеҙ бик егәрле ине. Ирҙәр эшенән бер ҙә ҡурҡманы. Көслөлөгө, уңғанлығы арҡаһында беҙҙе аслыҡтан алып ҡалды”, – тип һөйләй торғайны инəйем.

1945 йылдың мартында олатайыбыҙға “похоронка” килә. Мөхйәнов Сәитғази Польша ерендә һәләк була. Нисек кенә ауыр булмаһын, бәләкәстәр әҙерәк үҫкәс, белем алыу теләге Кәбирә инәйемде Стəрлетамаҡҡа В.И. Ленин исемендəге интернат-мəктəпкә алып килә. Уны тик бишле билдəлəренә генə тамамлағас, Башҡорт дəүлəт педагогия институтына уҡырға инә. “Бер бүлмәлә 20 ҡыҙ тора инек, – тип һөйләй торғайны инәйем. – Бөтəбеҙ ҙə етем, аслы-туҡлы. Өҫкә кейергә кейем юҡ. Әммә бөтәбеҙ ҙә уҡырға, белем алырға тырышабыҙ. Институтҡа тик йәйәү йөрөйбөҙ, трамвай, автобусҡа түләргә аҡса юҡ”. Ошондай ауырлыҡтар инәйемде сыныҡтырып, уҡыуға дәртен арттырып торғандыр, тип уйлайым. Бер ниндәй ярҙамһыҙ, тик стипендияға уҡып, алдағы тормошҡа ҙур өмөттәр менән дипломлы йәш уҡытыусы үҙенең тыуған ауылы Маҡар мәктәбенә эшкә ҡайта. Быйыл ошо мәктәпкә 150 йыл тула. Бик күп арҙаҡлы шәхестәр сыҡҡан, көслө мәктәп булып һаналған белем усағының ҡаҙаныштарында Кәбирә инәйемдең дә өлөшө бик ҙур. Ул үҙен урыҫ теле һəм əҙəбиəте фəненең көслө уҡытыусыһы итеп таныта. Сығарылыш кластары менəн əүҙем эшләй, сөнки юғары уҡыу йорттарына инеү өсөн урыҫ телен ныҡлы белергә кəрəк. Уҡыусылар өсөн махсус түңəрəктəр алып бара. Агитбригада ойоштороп, күрше ауылдарға концерттар менəн сығыш яһарға ла ваҡыт таба.

Күп тə үтмəй, уның тәрән белемле, талапсан, ойоштороуға һəлəтле йәш белгес икәнен күреп, Маҡар район партия комитетына эшкə алалар. Һәр эште еренə еткереп башҡарған инəйемде тиҙҙəн Әбйəлил районының партия райкомын етəклəргə ебəрəлəр. Бер нисə йылдан ул Стəрлетамаҡ ҡала партия комитетының пропаганда һəм агитация бүлеге мөдире улып эшен дауам итə. Әммə балаларҙы тəрбиəлəү һəм белем биреү телəге уны ҡабат мәғариф өлкәһенә килтерә, уҡытыусылыҡ юлына баҫтыра. Тəүҙə физкультура техникумында, унан һуң медицина училищеһында оҙаҡ йылдар эшлəп, хаҡлы ялға сыға. Үҙ эшенең оҫтаһы, ысын уҡытыусы булыуын намыҫлы хеҙмəте өсөн бирелгән рəхмəт хаттары, маҡтау ҡағыҙҙары, хеҙмəт кенəгәһендəге яҙыуҙар иҫбатлай. Беҙҙең бала саҡ инәйем менән бик ныҡ бәйләнгән. Каникул башланыу менән берике көнгә булһа ла беҙ Стәрлегә килергә тырыша инек. Ваҡыты тар булыуға ҡарамаҫтан (студенттарҙың каникулы һуңғараҡ башлана), беҙгә ваҡыт табып, ҡаланы күрһәтә, паркка барабыҙ, китап магазинына кермәйенсә ҡалмайбыҙ. Иң матур китаптарҙы һатып алабыҙ. Ә инәйебеҙ алып биргән туңдырма донъяла
иң тәмлеһе була торғайны.

Бала саҡтан беҙ инəйебеҙҙең көн дə ентеклəп дəрес əҙерлəгəнен күреп үҫтек. Телевизорҙан барған бөтə яңылыҡтарҙы тыңлай, нимəлер дəфтəренə теркəй, гəзиттəрҙе уҡып сыға: мәҡәләләге ҡайһы бер урындарын ҡəлəм менəн һыҙа, ҡайһы бер абзацтарҙы ҡырҡып ала. Уның шулай тəрəн белемле, талапсан тарихсы булыуын бик күп уҡыусыларының тарих факультетында уҡыуҙарын дауам итеүе раҫлай. Осраған саҡта улар: “Кəбирə Сəитғазиевна, беҙ һеҙҙең лекцияларығыҙҙы һаман да һаҡлайбыҙ, уларҙы ҡулланабыҙ”, – тип рəхмəт əйтеп китəлəр ине. Талантлы кеше бөтә яҡтан да талантлы, тип юҡҡа әйтмәйҙәр. Кəбирə инəйем бик матур итеп башҡорт йырҙарын йырлай торғайны. Урманға елəккə барғанда йырлап ебəрһə, тирə-яҡ тып-тын ҡала, беҙ иҫебеҙ китеп, елəк йыйырға ла онотоп, тыңлайбыҙ.

Аш-һыуға ла бик оҫта ине. Уның кеүек былау, бәлештәрҙе иҫ киткес тәмле итеп бер кем дə бешерə белмəйҙер, моғайын. Стəрлетамаҡ медицина училищеһында эшләгәндә лә, физкультура техникумында ла Кəбирə Сəитғази ҡыҙы намыҫлы хеҙмəте менəн үҙен ысын уҡытыусы итеп танытты. Ул бик ярҙамсыл ине, күп кешелəргə уҡырға инергə, һөнәрле булырға ярҙам итте. Уның фатирында һəр ваҡыт уҡыусылар булды: кемдер сессияға килгəн, кемдер бухгалтер курсында уҡый, кемдер эшкə урынлашып йөрөй.

Йыш ҡына уның сығыштары республика матбуғатында баҫылып сыҡты. Мәҡәләләрҙә ул үҙ дəүеренең актуаль проблемаларын, йəштəрҙе тəрбиəлəү темаларын күтəреп сыға ине. Әсәйебеҙ Мөхйəнова Венера Сәғиҙулла ҡыҙы Кəбирə инəйебеҙҙең уҡыусыһы. Ул да ғүмер буйы Маҡар мəктəбендə эшлəне. Кəбирə инəйебеҙ – уның яратҡан
уҡытыусыһы, апаһы, кəңəшсеһе булды. Ә беҙгә биргəн тормош һəм тəрбиə һабаҡтары лайыҡлы шəхес булып үҫергə ярҙам итте. Бөтəбеҙ ҙə уҡырға, белем алырға тырыштыҡ. Һәр беребеҙ юғары белемле, икешəр-өсəр дипломыбыҙ бар. Ҡайҙа ғына эшлəһəк тə, Кəбирə инəйем кеүек тырышып, еренə еткереп эшлəнек. Уның йөҙөнə ҡыҙыллыҡ килтермəнек, аманатына һәр ваҡыт тоғро булдыҡ.

Автор:Гөлшат ҠӘЙЕПОВА. Стәрлетамаҡ ҡалаһы.
Читайте нас: