Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
7 Июнь 2022, 14:00

Яҡшы тәрбиәсе лә, изгелекле әсәй ҙә

Үҙ һөнәренә тоғро ҡалған оло йөрәкле тәрбиәсе ул Альбина Муллағолова.

Яҡшы тәрбиәсе лә, изгелекле әсәй ҙә
Яҡшы тәрбиәсе лә, изгелекле әсәй ҙә

Альбина Юнир ҡыҙы Ишембай ҡалаһының 23-сө «Баҙлауыҡ» балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып 2011 йылдан бирле эшләй. Ҡанаҡай ауылы ҡыҙы Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының филология факультетын тамамлай. Ҡулына диплом алған йәш белгескә йә мәктәпкә уҡытыусы, йә балалар баҡсаһына тәрбиәсе булып эшкә барырға тигән бурыс тора. Салауат ҡалаһының 38-cе балалар баҡсаһына башҡорт төркөмө тәрбиәсеһе итеп саҡырғас, ҡыҙ ризалаша. Кескәйҙәр менән эшләү йәш белгескә бик оҡшай. Өҫтәмә рәүештә мәктәпкәсә белем биреү буйынса икенсе диплом алырға ла өлгөрә. Шул йылдарҙа Ғафури районы егете Илгиз менән танышып, донъя ҡороп ебәрәләр. Улдары Айгиз менән ҡыҙҙары Милана донъяға килә. Аҙаҡ йәштәр Ишембайға күсенеп ҡайта. Фатир һатып алалар. Ҙур шатлыҡ өҫтәп төпсөк улдары Илназ тыуа. Муллағоловтарҙың балалары ла башҡорт телен яратып үҫә. Айгиз медицина өлкәһен һайлай, әле Ырымбурҙа беренсе курста уҡып йөрөй. Милана һәм Илназ бейеү түңәрәгенә йөрөй, төрлө конкурстар еңеүселәре.

Тәрбиәсе - ябай һөнәр түгел. Иң беренсе шарт һәм иң мөһиме - балаларҙы яратыу. Эскерһеҙлек, сабырлыҡ, ихласлыҡ кәрәк. Тирә-йүнгә, тәбиғәткә, тереклеккә һаҡсыл ҡараш, хеҙмәткә һөйөү, атаәсәгә, дуҫтарға хөрмәт кеүек бик күп ыңғай һыҙаттар тәрбиәләү һәм, әлбиттә, үҙ миҫалыңда бар яҡлап та яҡшылыҡ үрһәтеү - тәрбиәсенең мөҡәддәс бурысы. Альбина Юнир ҡыҙы балалар баҡсаһында күптән инде башҡорт телендә «Әкиәт» түңәрәген дә алып бара. Ул кескәйҙәр менән берлектә төрлө конкурстарҙа ҡатнашып призлы урындар яулай. Альбина Муллағолова башҡорт телен уҡытыу программаһын төҙөү буйынса еңеүсе тип танылған. Ул 23-сө «Баҙлауыҡ» балалар баҡсаһының профсоюздар ойошмаһы рәйесе лә, һайлауҙарҙа күҙәтеүсе лә булып тора. Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн мәғариф бүлегенән, профсоюздар ойошмаһынан бихисап рәхмәт хаттары һәм почет грамоталары менән бүләкләнгән.

- Балаларҙың һәләтен асыу, үҫтереү, үҙ-үҙенә ышаныс тәрбиәләү - төп эшебеҙ. Ғөмүмән, бала һәр яҡлап та камил үҫешһен өсөн тәүге ойотҡоно һалырға тырышабыҙ. Эшем күңелемә дәрт өҫтәп тора, юғары баһаларға өлгәшһәк ихлас шатланабыҙ. Әйтергә кәрәк, миңә һәр саҡ ярҙамсыл, аңлаусан ата-әсәләр тура килде, уларға рәхмәтем сикһеҙ, - ти Альбина.

Тәрбиәсе эшен еңел тип әйтеп булмай. «Өйҙә бер балаға баш була алмай китәһең, ә балалар баҡсаһында улар - ҡырҡлаған. Тәрбиәселәргә һәйкәл ҡуйырлыҡ!» тигән һүҙҙәрҙе лә йыш ишетергә тура килә. Шулай ҙа һәр эштең үҙ мәшәҡәте, үҙенсәлеге булған кеүек, балалар баҡсаһында хеҙмәтеңдең рәхәтлеген дә тояһыңдыр ул.

Әйткәндәй, “Торатау” гәзитенең бәйләнештә селтәрендә үткән тәрбиәселер конкурсында Альбина Юнир ҡыҙы икенсе урынға сыҡҡайны. Уның турала ата-әсәләрҙән бик күп рәхмәт һүҙҙәре булды.

- Альбина Юнир ҡыҙы беҙҙең балалар өсөн икенсе әсәй булып тора. Уның балаларға, ата-әсәләргә ҡарата эскерһеҙлеге өсөн рәхмәтлебеҙ. Ул иртән балаларҙы һәр ваҡыт йылмайып ҡаршы ала. Хеҙмәте ауыр булыуға ҡарамаҫтан, тыныс холоҡло, балаларға бер ҡасан да йылы һүҙен йәлләмәй. Сағыу, мауыҡтырғыс байрамдар әҙерләгәне өсөн тәрбиәсебеҙгә рәхмәтлебеҙ. Беҙ һеҙҙе бик яратабыҙ һәм һеҙҙең алда баш эйәбеҙ, - тип яҙҙы улар.

Яҡшы тәрбиәсе лә, изгелекле әсәй ҙә
Яҡшы тәрбиәсе лә, изгелекле әсәй ҙә
Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас: