Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
7 Июнь 2022, 18:00

Гимназия яңылыҡтары

Бөгөн 2-се башҡорт гимназия-интернатының «Тамсылар» лагеры тәрбиәләнеүселәре ислам дине йолалары менән танышыу маҡсатында Ишембай ҡалаһының «Йәмиғ мәсете»нә барҙы.

Гимназия яңылыҡтары
Гимназия яңылыҡтары

Балаларҙы имам Илнур Марат улы ихлас ҡаршы алды. Ислам дине буйынса тәүге дәресен бирҙе, намаҙ уҡыу тәртибе менән дә таныштырҙы.

Илнур Марат улының һорауҙарына уҡыусылар ҙа тапҡыр яуаптары менән белемдәрен күрһәтте. Кескәйҙәргә әҙерләнгән күстәнәстәр ҙә күңелдәренә хуш килде.

Имам тәртипле, нурлы, иманлы, тәүфиҡлы балалар булып үҫеүҙәрен теләне һәм дин дәрестәренә саҡырып ҡалды.

 

Фото: https://vk.com/bgi.validi

Гимназия яңылыҡтары
Гимназия яңылыҡтары
Гимназия яңылыҡтары
Гимназия яңылыҡтары
Гимназия яңылыҡтары
Автор:Зәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернаты
Читайте нас: