Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
4 Июнь 2022, 19:00

Гимназия яңылыҡтары

Ошо көндәрҙә 2-се башҡорт гимназия-интернатында уҡыу йылы аҙағының һөҙөмтәләрен баһалау өсөн һабантуй байрамы үтте.

Гимназия яңылыҡтары
Гимназия яңылыҡтары

Байрамдың тәүге өлөшөндә уҡыу йылына байҡау яһап, уҡыу алдынғыларын, төрлө олимпиада-конкурстарҙа, спорт ярыштарында призлы урындар яулаған уҡыусыларҙы тәбрикләү тантанаһы уҙһа, икенсе өлөшө уйын-көлкө менән һуғарылды.

Егеттәр милли көрәштә көс һынашты, тоҡ менән һуғышыу, көршәк ватыу, аҡбур менән һүрәт төшөрөү, арҡан тартыу, шашка уйындары бик күңелле һәм көсөргәнешле барҙы.

Байрам шундай сағыу, тамашалы һәм матур үтте. Киләһе йыл да майҙаныбыҙҙа осрашырға яҙһын!

 

Фото: https://vk.com/bgi.validi

Гимназия яңылыҡтары
Гимназия яңылыҡтары
Гимназия яңылыҡтары
Гимназия яңылыҡтары
Гимназия яңылыҡтары
Гимназия яңылыҡтары
Гимназия яңылыҡтары
Гимназия яңылыҡтары
Гимназия яңылыҡтары
Автор:Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернаты
Читайте нас: