Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
30 Май 2022, 12:00

Иҫтә ҡалырлыҡ байрам

Май айының һуңғы аҙналары етеү менән, мәктәптәрҙә күңелдәрҙе елкендергән һуңғы ҡыңғырау байрамы үтә. 9-сы, 11-се класс уҡыусыларын оло тормошҡа әйҙәгән, берсә һағышлы, берсә шатлыҡлы был көн иҫтә ҡалырлыҡ матур ваҡиғалар, мәктәптәрҙә тыуған традициялар менән биҙәлһә, айырыуса ҡәҙерле һәм яҡын була.

Иҫтә ҡалырлыҡ байрам
Иҫтә ҡалырлыҡ байрам

Бына шундай онотолмаҫлыҡ байрам районыбыҙҙың иң төбәктә ятҡан, мәңгелек урмандар уртаһында йәшәгән Ҡолғона урта белем биреү мәктәбендә лә уҙҙы. Билдәле булыуынса, ағымдағы уҡыу йылын был мәктәп данлыҡлы яҡташыбыҙ Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусин исеме бирелеү шатлығы менән башлап ебәргәйне. Ауылдаш яҙыусының исемен йөрөткән аллея асылып, башҡорт теле кабинетына иҫтәлекле парта ҡуйылып, һәр кем күңеленә инерлек һүҙҙәр яҙылған кабинет эшләй башлағас та, яҙыусының исемен, ижадын тағы ла киңерәк таратыу уйы йәшәй башлағайны. Уның ижады менән ҡыҙыҡһыныусыларҙы, үҙҙәре ижадҡа ынтылыусыларҙы дәртләндереү премиялары булдырыу тураһында һүҙҙәр булып, тәүге бәйге лә иғлан ителгәйне.

Яҙыусының туғандары уның исемендәге Фонд булдырыу тураһында эш башлауҙы ла мәктәп менән бәйләргә ҡарар итте. Районыбыҙҙың Әхмәр ауылында йәшәгән
башланғыс класс уҡытыусыһы, яҙыусының ике туған һеңлеһе Дамира Таһирова ғаиләһе менән ошо эште башлап ебәрергә ниәтләп, мәктәп, ауыл хакимиәтенә һәм Ишембай мәғариф бүлегенә мөрәжәғәт итте. Уларҙың эше – яҙыусы ағалары исемендәге балалар премияһы булдырыу ине. Был тәҡдимде яҙыусының ҡыҙы Гөлшат башлап индереүен премияны ойоштороусылар васыят итеп ҡабул иткәндәр. Тәүге премияны Ноғман Мусиндың тыуған мәктәбе уҡыусылары алырға тейеш тигән фекерҙән сығып, эш башланып китте. Ике премия булдырылып, 6-8, 9-11 класстар өсөн бәйге иғлан ителде. Иң тәүге шарт – тырышып уҡыу, унан яҙыусы ижадын, китаптарын белеү, уҡыу, ә иң ҡыҙыҡлыһы – шул уҡылған китаптар буйынса кескәй эссе яҙыу ине. Бәйге һөҙөмтәһен һуңғы ҡыңғырау байрамында иғлан итеү уйы менән иң-иңдәр һайлап алынды. Һәм бына көткән көн килеп етте. Байрамса биҙәлгән мәктәп залында шығырым тулы халыҡ: уҡыусыларҙың ата-әсәләре, барса туғандары, саҡырылған ҡунаҡтар йыйылғайны. Байрамдың төп хужалары – 9-сы класс уҡыусылары сәхнәгә саҡырылды.

Тантаналы линейкала мәктәптең 9 сығарылыш уҡыусыһы тәбрикләнде, уларҙың матур эштәре тураһында уҡытыусылар, ата-әсәләр, кескәйҙәр һәм сығарылыш уҡыусылары үҙҙәре лә һөйләне. Күңелле йыр-бейеү сәхнәне биҙәне.

Һүҙ саҡырылған ҡунаҡтарға – Ноғман Мусиндың туғандарына бирелде. Дамира Шәйхрахман ҡыҙы Таһирова был тантанаға улы Урал Мөнир улы һәм апаһы Лилиә Шәйхрахман ҡыҙы Мөхәмәҙуллина менән килгәйне. Үҙе лә педагог булараҡ, Дамира Таһирова был премияның бик тәрән рухи, мәҙәни мәғәнәһе тураһында фекерҙәрен әйтте, уҡыусыларҙы тәбрикләне һәм премия өсөн ҡаралған бүләктәр менән таныштырҙы. Яҙыусы портреты ҡуйылған ҡупшы сәй көрөшкәһе, уның һүҙҙәрен, матур фотоһын ҡуйып, эшләнгән Маҡтау ҡағыҙы айырыуса зауыҡ менән әҙерләнгәйне. Был бүләктәрҙе әҙерләүсе, үҙ дизайны менән эшләүсеһе лә Урал Таһиров булыуы балаларҙы айырыуса тулҡынландырҙы. Һәм бына премияны яулаусы уҡыусылар исемдәре мәктәп хакимиәте тарафынан иғлан ителде. Быйылғы Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусин исемендәге тәүге премия уҡыу алдынғылары, китапхана формуляры буйынса иң күп китап уҡыған, иң шәп эссе яҙған 7-се класс уҡыусылары Хужахмәтова Алһыу һәм Ғүмәрова Сабинаға бирелде. Ҙур шатлыҡ кисергән ҡыҙҙарҙы ҡотлап, уларға яңы үрҙәр, ижади уңыштар теләнеләр. Байрам тантанаһын алып барған Сабина ла, Алһыу ҙа премияны булдырыусыларға, ярышты ойоштороусы мәктәп хакимиәтенә, һабаҡташтарына йылы һүҙҙәрен әйттеләр, бәйге буйынса башҡаларға ла уңыштар теләнеләр. Дамира Таһирова үҙенең сығышында был премияның киләсәктә район уҡыусылары өсөн уҙғарыласағын да билдәләп китте. Тимәк, һуңғы ҡыңғырау байрамына тағы бер матур сифат өҫтәлә: ике еңеүсе йыл һайын был байрамды биҙәйәсәк. Дамира Шәйхрахман ҡыҙы китаптың кеше тормошонда ни тиклем ҙур роль уйнауын билдәләне.“Ноғман Мусиндың һис юғында бер китабын ғына уҡыған кеше бер ваҡытта ла яман юлға төшмәҫ, тыуған ерен яратыр, халҡына хеҙмәт итер”, - тине ул. Ысынлап та, яҙыусының ауылдаштары матур эштәре менән еребеҙҙе биҙәй, үҙәктән ситтә булһа ла, гөрләтеп йәшәй, уҡый, яңы үрҙәр яулай. Әле яңы ғына булып үткән шиғриәт бәйгеләрендә, “Урал батыр” эпосын төрлө телдәрҙә һөйләүселәрҙең Халыҡ-ара конкурсы еңеүселәре араһында ла тиҫтәгә яҡын Ҡолғона уҡыусылары бар. Уларҙы әҙерләүсе уҡытыусылар, тәрбиәселәрҙең дә өлөшө ҙур был еңеүҙәрҙә. Айырыуса ғорурлыҡ менән Рамазан Мусин, Гөлфинә Дилмөхәмәтова, Алһыу Хужахмәтова, Ләйсән Латыпова, Наҙгөл Ғөбәйҙуллина, Ильвина Вәлиева, олимпиада призеры Сабина Ғүмәрова, ғилми эштәрҙә алдынғы булған Инсаф Вәлиевтарҙың исемдәрен мәктәптең уҡыу-уҡытыу буйынса директор урынбаҫары Айгөл Иҫәнғолова ғорурлыҡ менән телгә алды, Маҡтау грамоталары таратты. “Бындай уҡыусылар мәктәпте, тимәк, яҡташ яҙыусы исемен данлай, уның киләсәген ҡайғыртып йәшәй,” - тине мәктәп директоры Ләйсән Сабитова. Бәйге өсөн конкурстар үткәреүсе башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зәкиә Ибраһим ҡыҙы Мостафина, сараны тергеҙеп йөрөүсе Лилиә Фәрғәт ҡыҙы Фәтиева, 9-сыларҙың класс етәкселәре Гөлфиә Хөснулла ҡыҙы Ғөбәйҙуллина иҫтәлекле көндөң сағыу программаһы әҙерлеге өсөн күп көс һалған.

Тантаналы линейка йылы тәьҫораттарға, иҫтәлектәргә бай булды. Бынан 50 йыл элек ошо мәктәпте тамамлаған бер төркөм ауылдаштарҙың ҡотлауҙары ла, ата-әсәләрҙең балаларға ҙур һөйөү менән һуғарылған аманат һүҙҙәре лә, йөрәккә үтерҙәй йырҙары ла байрамға йәм өҫтәне, сығарылыш уҡыусыларын ҡанатландырҙы, мәктәп менән ғорурлыҡ тойғоһо артты.

Автор:Гөлнур АҘНАБАЕВА
Читайте нас: