

Бөгөнгө сығарылыш сараһы – тәү сиратта, һеҙгә һәм уҡыусыларығыҙға бағышланған байрам тантанаһы!
Кисә генә мәктәп тупһаһынан ҡыйыр-ҡыймаҫ ашатланып, эскә уҙған кескәйҙәр бөгөн – белемле, үҙ аллы, ҡыйыу һәм тырыш уҡыусылар. Уларҙың шулай булып үҫешеүенә иң тос өлөш индереүсе кеше – һеҙ, Альмира Ғаяз ҡыҙы!
Еңел булмаған эшегеҙҙә яңынан-яңы үрҙәр, ижади эҙләнеүҙәр һәм уңыштар теләйбеҙ! Үҙ асылығыҙға һәр саҡ тоғро булып ҡалығыҙ! Тормошта эшегеҙҙән һәм уҡыусыларығыҙҙан ҡыуанырлыҡ мәлдәрегеҙ бихисап булһын! Һеҙгә, иң мөһиме – ҡоростай сәләмәтлек һәм күңел тыныслығы!
Иң изге теләктәр менән З.Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернатының 4 В класс уҡыусыларының ата-әсәләре!