Мәғариф
25 Май 2022, 18:00

Маҡар мәктәбендә лә Һуңғы ҡыңғырау яңғыраны

Бөгөн сығарылыш класс уҡыусылары өсөн иң тантаналы, шатлыҡлы ла, моңһоу ҙа булған көн. Һуңғы ҡыңғырау... Тик уны икенселәй итеп әйтке килә, был ҡыңғырау сыңы - бала саҡ, үҫмер саҡ менән хушлашыу һәм йәшлек иленә саҡырыу.

Маҡар мәктәбендә лә Һуңғы ҡыңғырау яңғыраныМаҡар мәктәбендә лә Һуңғы ҡыңғырау яңғыраны
Маҡар мәктәбендә лә Һуңғы ҡыңғырау яңғыраны

Маҡар урта мәктәбен быйыл 5 уҡыусы тамамланы. Улар исеменә бик күп йылы һүҙҙәр әйтелде, кәңәштәр һәм ата-әсә фатихаһы бирелде.

Киләсәгегеҙ яҡты булһын, ҡорған уй-хыялдарығыҙ тормошҡа ашһын.

Ваҡыты еткәс ҡош та үҙе тәрбиәләгән ҡошсоҡтарын ояһынан осороп сығара. Һеҙ ҙә ошо ҡошсоҡтар кеүекһегеҙ. Тик ҡанатығыҙ ҡайырылмаһын, ел-дауылдарға ҡарамай, бирешмәй тормош киңлектәрендә осорға өйрәнегеҙ. Янығыҙҙа һәр саҡ изге кешеләр һәм һыналған яҡын дуҫтар булһын. Имтихандарығыҙҙы уңышлы тапшырып, үҙегеҙ теләгән уҡыу йорттарында белем алып сығырға яҙһын.

 

Фото: https://vk.com/makarsdk

Маҡар мәктәбендә лә Һуңғы ҡыңғырау яңғыраны
Маҡар мәктәбендә лә Һуңғы ҡыңғырау яңғыраны
Автор:Маҡар ауылы мәҙәниәт йорто
Читайте нас