Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
22 Май 2022, 17:00

Буласаҡ ил һаҡсылары

Шаршамбы көн Волга буйы федераль округының Рәсәй Геройы А.В.Доставалов исемендәге башҡорт кадет корпусы территорияһында муниципаль район мәктәптәре 10-сы класс уҡыусыларының хәрби йыйыны старт алды.

Буласаҡ ил һаҡсылары
Буласаҡ ил һаҡсылары

Бындай саралар йыл һайын үткәрелә. Унда буласаҡ һалдаттар иртәнән кискә тиклем хәрби эш нигеҙҙәрен – сафта тигеҙ итеп йөрөргә, марш атларға, граната ташларға һәм автоматтан атырға өйрәнә.

- Егеттәр, шуны иҫтә тотоғоҙ: хәрби бурыс - һәр гражданиндың изге эше. Илдә барған бөгөнгө ваҡиғалар армияның ни тиклем кәрәк икәнлеген күрһәтә. Тәжрибә тап хәрби йыйындарҙан башланғыс ала. Шуға күрә, мөмкинлек булғанда, һәр нәмәне һеңдереп барығыҙ, өйрәнегеҙ, - тигән кәңәш бирҙе уҡыусыларға Волга буйы федераль округының Рәсәй Геройы А.В.Доставалов исемендәге башҡорт кадет корпусының директоры Александр Медведев. - Был ауыр ваҡыт оҙаҡҡа һуҙылмаҫ, һеҙгә уңыштар теләйһе генә ҡала. Ҡайҙа ғына хеҙмәт итергә тура килһә лә, яуаплылыҡ тураһында онотмағыҙ.

Ысынлап та, бындай йыйындарҙың төп маҡсаты булып алынған белемде ғәмәлдә ҡулланыу тора. Күнекмәләр барышында физик-психологик сифаттар һалына, ватансылыҡ тойғоһо тәрбиәләнә, хәрби хеҙмәткә бәйле ҡануниәт өйрәнелә һәм граждандар оборонаһы өлкәһендә оҫталыҡ туплана.

- Мин хәрби йыйынға ҙур теләк менән килдем. Үҙемде ысын ир-егет итеп тоям. Бында алынған тәжрибә әрәм булмаҫ, тип уйлайым. Сөнки мин артабан армияла хеҙмәт итергә йыйынам, - тип ихлас уртаҡлашты 1-се гимназияның 10 класс уҡыусыһы Данил Андреев. – Үҙемдең тиҫтерҙәремә армиянан ҡурҡмаҫҡа, спорт менән шөғөлләнергә тәҡдим итер инем. Бөгөндән үк сынығырға өйрәнегеҙ, егеттәр. Сөнки илдең, тимәк яҡындарығыҙҙың тыныс тормошо тап һеҙҙең ҡулығыҙҙа. Бындай йыйындар - хәрби хеҙмәт тормошоноң нигеҙҙәрен өйрәнгән уҡыусылар өсөн бик яҡшы мәктәп.

10 класс уҡыусылары ла ил һаҡсыһы булыуҙың еңел бурыс түгел, әммә мөһим икәнлеген һәйбәт аңлай.


Автор фотоһы.

Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас: