

9 йыл уҡып, белем-тәжрибә туплаһағыҙ ҙа, ата-әсәйҙәрегеҙ, тәрбиәселәрегеҙ һәм уҡытыусыларығыҙ һеҙҙең өсөн ут йота. Ҡанаттары ныҡмы икән, яңғыҙ осҡанда ҡанаттары талмаҫ микән, тип борсола. Шул уҡ ваҡытта был һеҙҙең иң гүҙәл мәлегеҙ ҙә. Һеҙҙең алда яҡты киләсәк, өмөттәр, хыялдар.
Инде алдағы тормошоғоҙҙа юлдаш булырлыҡ һөнәр һайлағанһығыҙҙыр. Үҙегеҙ теләгән һөнәргә уҡырға яҙһын һеҙгә! Кем генә булһағыҙ ҙа, ҡайҙа ғына эшләһәгеҙ ҙә, һеҙҙе тәрбиәләүгә бар көсөн ҡуйған ата-әсәйҙәрегеҙҙе, тәрбиәсегеҙҙе, белем биргән уҡытыусыларҙы, бала-саҡтан етәкләшеп үҫкән синыфташтарығыҙҙы онотмағыҙ.
Тормош юлы бик ҡатлаулы һәм тайғаҡ. Шул юлдан абынмай үтеү бары үҙегеҙҙән тора. Һеҙ инде хәҙер ҙурҙар. Һәр аҙымығыҙҙы үлсәп атлап, маҡсаттарығыҙға юл ярығыҙ, теләктәрегеҙгә ирешегеҙ!