

Ҡаланың 5-се (беренсе корпус), 11-се (икенсе корпус) мәктәптәренә, шулай уҡ Кинйәбулат, Көҙән һәм Үрге Этҡол ауылы мәктәптәренә капиталь ремонт уҙғарыласаҡ. Мәғариф идаралығы начальнигы Илшат Исмәғилев әйтеүенсә, 12-се лицей киләһе йыл ремонтланасаҡ. Бынан тыш, 2023 йылға тағы алты дөйөм белем биреү учреждениеһы программала ҡатнашыу өсөн заявка төҙөлгән.
Уҡыусыларҙың белем алыу барышы өҙөлмәне - улар башҡа мәктәптәрҙә уҡыуын дауам итә. Мәҫәлән, 2-се мәктәп балалары хәҙер бер корпуста уҡый, шулай уҡ 11-се мәктәптең ике корпусы балалары бер корпусҡа берләштерелде. Перегонный биҫтәһенән балаларҙы - 19-сы мәктәп, Үрге Этҡолдарҙы Уразбай мәктәбе ҡабул итте. Кинйәбулат ауылында 1-4 класс уҡыусыларын ваҡытлыса ауылдың мәктәпкәсә төркөм бинаһына күсерҙеләр, ә 5-9 класс уҡыусылары Байғужаға йөрөп уҡый.
Көҙән балаларын Петровский мәктәбе ҡабул итте.
- Беҙ аҙна дауамында уҡыу графигын үҙгәрттек, “ҡунаҡтарыбыҙ” - 5-се мәктәп уҡыусылары өсөн расписание төҙөнөк. Проблемалар юҡ, уҡыу процесы тулы ҡеүәттә бара. Бөтә балалар ҙа эҫе аш менән тәьмин ителгән. Уҡыусыларҙы Перегонный ҡасабаһынан автобустарҙа алып киләләр һәм өйҙәренә алып ҡайталар, - тип аңлатты 19-сы мәктәп директоры Ришат Мөхәмәҙиев.
Мәктәптәрҙә ремонт эштәре башланған да инде.
Ҡайҙалыр яңы тәҙрәләр ҡуйылған, эшселәр иҫке штукатурканы аҡтара, класс бүлмәләрендәге мебелдәр
бушатылған.
Беҙҙең мәктәптә инженер селтәрҙәрен, ҡыйыҡты, тәҙрәләрҙе алмаштырыу, тирҙы ремонтлау планлаштырыла, - ти 11-се мәктәптең хужалыҡ мөдире Марина Ковшова. - Бөтә бүлмәләр ҙә тулыһынса яңыртыласаҡ, берҙәм стилдә биҙәләсәк, дизайны уйланған да инде. Икенсе ҡатта компьютер кластары урынлашасаҡ, улар өсөн ҡорамалдар һатып алынасаҡ.
Дәрестәрҙең расписаниеһы, мәктәп автобустары хәрәкәтенең графигы төҙөлгән. Ишембай районының мәғариф учреждениеларын ремонтлауға быйыл 345,5 миллион һум аҡса бүленгән, шуның 90 проценты федераль бюджеттан күсәсәк. Программа сиктәрендә биналарҙа комплекслы реконструкциялау ғына түгел, ә учреждениеларҙың матди-техник базаһын нығытыу, мебель, аҙыҡ-түлек блоктарын, спорт залдарын яңыртыу ҙа планлаштырыла.
Ирина Вахонина фотоһы