Мәғариф
19 Апрель 2022, 08:00

Уҡытыусы һөнәренә бала саҡтан ғашиҡ

Һәр кешенең һөнәр һайлау тарихы бар. Кемдер бәләкәйҙән хыяллана, кемдер ата-әсәһенең кәңәшен тыңлай, кемдер дуҫтарына эйәрә. Биксән дөйөм белем биреү мәктәбенең мәктәпкәсә төркөм тәрбиәсеһе Рәғиҙә Ғәлимйән ҡыҙы Таһирова үҙенең һөнәренә бер аҙ урау юлдар аша килһә лә, эше менән бик бәхетле кеше.

Уҡытыусы һөнәренә бала саҡтан ғашиҡУҡытыусы һөнәренә бала саҡтан ғашиҡ
Уҡытыусы һөнәренә бала саҡтан ғашиҡ

Ә бына уҡытыу-тәрбиә эшенә ҡыҙыҡһыныуы мәктәптә уҡыған йылдарында уҡ ярала. Уҡытыусыларға гел һоҡлана торғайным. Уларҙың ғәҙел, алсаҡ булыуҙары, матур итеп кейенеүҙәре, үҙҙәренең тотоштары арбай ине. Баштан килеп һыйпаһалар - күңел үҫеп китә. Бик матур хәтирәләр һаҡлай мәктәп йылдарым. Һәр ваҡыт юлымда яҡшы уҡытыусылар ғына осрағанғамы, “Их, улар кеүек булһаң икән!” тип уйлай торғайным, - тигән хәтерләүҙәрҙән башланып китте әңгәмәбеҙ.

Уҡытыусы һөнәренә ғашиҡ булып үҫһә лә, өлкән кластарҙа фекере ҡырҡа үҙгәреп, Башҡорт дәүләт аграр университетының агрономия факультетына уҡырға инә. Уны тамамлағандан һуң “Коммунар” колхозына ҡайтып эш башлай. Колхоздар тарҡалыуы һөнәрен үҙгәртеүгә булышлыҡ итә. Бала саҡтан күңеленә уйылған уҡытыусы булыу хыялы ла һүрелмәгән була әле. Тап шул осорҙа Биксәндә балалар баҡсаһы асылыуы тураһында һүҙ ҡуҙғатыла, ә уның мөдире вазифаһын Рәғиҙә Ғәлимйән ҡыҙына тәҡдим итәләр.

- Булдыра алырмынмы тигән икеләнеү күңелемдә булманы. Шунда уҡ ризалаштым. Ситтән тороп Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтына уҡырға индем һәм ең һыҙғанып эшләп алып киттем, - тип ул ваҡыттағы ҡарарына ла һис кенә үкенмәй.

1993 йылда 30 йәшлек кенә сағында ошондай яуаплы вазифаны үҙ иңенә ала Рәғиҙә Ғәлимйән ҡыҙы.

- Мин шул тиклем балаларҙы яратам. Ял көндәрендә лә уларҙы һағынып өлгөрәм. Балаларҙың килеп инеү менән ҡосаҡлап алыуҙары күңелемде ҡанатландырып
ебәрә. Ата-әсәләргә ҡәҙерле сабыйҙарын ышанып тапшырыуҙарына ҙур рәхмәт. Ғөмүмән, беҙҙә атаәсәләр ҙә бик әүҙем, саралар уларҙың ҡатнашлығынан тыш үтмәй. Спорт ярыштары булһынмы, конкурсмы, концертмы – барыһында ла ата-әсәләр ярҙамын тоябыҙ, - тип һәр яҡлап эшенән ҡәнәғәт булыуын белдерҙе әңгәмәсем.

Мәктәптәге, ауылдағы сараларҙа ғына түгел, район кимәлендәге төрлө конкурстарҙан да ситтә ҡалмай бәләкәстәр, уңыштары менән һөйөндөрөп торалар. Мәҫәлән, “Һаумы, һаумы, әкиәт” конкурсында 1-се урын яулағандар.

Телебеҙҙе, йолаларыбыҙҙы өйрәтеүгә лә иғтибар ҙур. Ошо маҡсатта халҡыбыҙҙың көнкүрешен сағылдырған күркәм генә мөйөш тә булдырылған. “Ҡарға бутҡаһы”, “Һабантуй” кеүек байрамдар ойоштороу ҙа йәш быуынға йолаларыбыҙҙы тәрәнерәк белергә ярҙам итә. 2011 йылда мәктәп менән балалар баҡсаһы берләштерелә. Ошо ваҡыттан алып Рәғиҙә Ғәлимйән ҡыҙы тәрбиәсе булып эшләй. Мәктәп менән балалар баҡсаһының бер бинала урынлашыуы, үҙ-ара тығыҙ бәйләнештә эшләүҙәре уҡыу һәм тәрбиә һөҙөмтәһен күтәреүгә лә булышлыҡ итә.

Эштең төбөн белмәгәндә, тәрбиәсенең эше артыҡ ауыр түгел һымаҡ. Ләкин ысынында улар иңенә һалынған бурыс үтә лә яуаплы.

- Ситтән ҡарағанда, эшебеҙ еңел һымаҡтыр. Кәрәк саҡта, балалар менән уйнайбыҙ ҙа, йырлайбыҙ ҙа, шаяртып та алабыҙ. Ләкин яуаплылыҡ та ҙур. Мәктәпкәсә йәштә баланың күңеле бик тә һығылмалы. Уға ниндәй йүнәлеш бирәһең, ул шул яҡҡа борола. Тап ошо мәлдә уның күңеленә асҡыс таба белергә, изгелек орлоҡтары
сәсеп ҡалып өлгөрөргә кәрәк. Һәр бер бала үҙенсәлекле, һәр береһенең үҙенең һәләте бар. Бары тик уны күреп, үҫтерергә юл асырға кәрәк. Холоҡтары ла төрлөсә.
Минең килеп сыҡмай, тип үҙҙәренең көсөнә бик ышанмағандарҙың күңелдәрен үҫтереп, ышаныстарын арттырыу ҙа тәрбиәсенең бурысы, - ти ул.

Егерме туғыҙ йыл балалар баҡсаһында хеҙмәт итеүсе Рәғиҙә Ғәлимйән ҡыҙының эшен төрлө маҡтау ҡағыҙҙары биҙәй. Ул Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнгән, Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы ла.

- Минең эшемә иң ҙур баһа ата-әсәйҙәрҙең рәхмәте, сабыйҙарҙың ашҡынып балалар баҡсаһына килеүҙәре. Инде уларға өйрәнеп бөтһәм, мәктәпкә китергә ваҡыттары етә. Улар менән айырылышыу ҙа еңел түгел. Бер бинала булғас, тәнәфестә үҙҙәре лә йүгереп килеп етә. Күҙ алдында шулай ҙураялар, - тип йылмая Рәғиҙә Таһирова.

Утыҙ йылға яҡын тәрбиәсе булып эшләү дәүерендә ҡасандыр балалар баҡсаһына йөрөгән тәрбиәләнеүселәре лә үҫеп, ғаилә ҡороп, хәҙер инде үҙҙәренең балаларын “Беҙҙе ҡараған һымаҡ итеп тәрбиәләгеҙ”, - тип Рәғиҙә Ғәлимйән ҡыҙына килтерәләр.

Үҙ эшенә намыҫ менән ҡараған хеҙмәткәрҙе башҡа яуаплы сараларға ла йәлеп итәләр. Хәҙер 30 йылдан ашыу ул участка һайлау комиссияһында секретарь булып
эшләй. Ышанып тапшырғас, уны ла тырышып башҡарам, ти ул.

Кешеләргә кәрәкле булыу, хеҙмәтең менән файҙа килтереү генә түгел, унан тәм табып йәшәү бәхетенә эйә Рәғиҙә Ғәлимйән ҡыҙы. Тап уның кеүек шәхестәр
киләсәк быуыныбыҙҙың тәрбиәле, маҡсатлы булып үҫеүен хәстәрләй. Оло тормошҡа тәпәй баҫырға өйрәткән сабыйҙарығыҙҙың рәхмәтенән йөҙөгөҙ һәр ваҡыт әлегеләй балҡып торһа ине, Рәғиҙә апай!


Автор фотоһы.

Автор:Резеда ШӘНГӘРӘЕВА.
Читайте нас