Мәғариф
19 Апреля 2022, 05:00

Ауыл хәбәрҙәре

Маҡар ауылы мәктәбенең 1-се класс уҡыусылары үҙҙәренең яугир, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы ҡарт олатайҙарының эҙе буйлап тарихҡа байҡау яһаны.

Ауыл хәбәрҙәреАуыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре

Мәҙәниәт йортона килгән балаларҙы һуғыш ветерандарына ҡуйылған стендт менән таныштырыуҙан башланы музей етәксеһе Авзал Минияр улы. Ул һәр баланың олатайҙары, туғандары тураһында ентекле һөйләне.

Һуңынан балалар Ә.Мөхәмәтҡолов исемендәге музейҙа һуғыш осоро экспонаттары менән таныштылар. Ә иң тулҡынландырғыс мәле, моғайын, "Минең олатайым яугир" тип аталған презентация булғандыр. Сөнки бында һәр бала үҙенең ҡарт олатаһының фотоһүрәтен күрҙе, ҡайҙа хеҙмәт иткәндәр, ниндәй наградалар алғандар, һәм кемдәр яу ҡырында ятып ҡалғандар - быларҙың барыһына ла йыйнаҡ ҡына мәғлүмәт алдылар.

"Олатайҙарығыҙ һәм туғандарығыҙ тураһында бөгөн белгәндәрегеҙ менән туҡталаһығыҙмы, әллә эҙләнеүҙе дауам итәһегеҙме", тигән һорауға балалар берҙәм рәүештә: "Дауам итәбеҙ", тип яуап бирҙе. Афарин, бәләкәстәр! Ана шулай, үткәндәрҙе онотмай, Бөйөк Ватан һуғышы батырҙарын иҫкә алып торһаҡ, беҙҙең олатайҙар рухы шат булыр.

 

Фото: https://vk.com/makarsdk

Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Автор:Маҡар ауылы мәҙәниәт йорто
Читайте нас