Мәғариф
9 Апрель 2022, 08:00

Рухи тәрбиә – милләт киләсәге

2021 йылдың апрель айында Ә. Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернатының мәктәпкәсә белем биреү төркөмө республиканың мәғариф һәм фән министрлығы ойошторған «Тәрбиә һәм белем биреү башҡорт телендә алып барылған иң яҡшы мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы» I төбәкара конкурсында ҡатнашып, ҙур еңеүгә өлгәшкәйне. Ошо сара сиктәрендә 12-се «Аҡбуҙат» башҡорт балалар баҡсаһы ҡалалар буйынса 10 иң яҡшы мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы исемлегендә лайыҡлы урын алды.

Рухи тәрбиә – милләт киләсәгеРухи тәрбиә – милләт киләсәге
Рухи тәрбиә – милләт киләсәге

Ә. Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернатының мәктәпкәсә белем биреү төркөмөндә тәрбиә һәм уҡытыу эшенең туған телебеҙҙе үҫтереүгә һәм һаҡлауға йүнәлтелгәнлеге яҡташтар өсөн оло мәртәбә. Бөгөнгө һүҙебеҙ ошо коллективта оҙаҡ йылдар дауамында эшләп, үҙ асылына тоғро ҡалған хеҙмәткәрҙәр тураһында булыр.

«Аҡбуҙат» балалар баҡсаһында 27 йыл хеҙмәтен тәрбиә эшенә бағышлаған педагогтарҙың береһе – тәрбиәсе Әлфиә ӘХМӘТОВА. Яҡташыбыҙ менән яҡындан
танышҡас та, Борис Слуцкийҙың физиктар һәм лириктар бәхәсе тураһында билдәле бер шиғыры иҫкә төштө... Сөнки Әлфиә апай Өфөлә М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының физика һәм математика факультетын тамамлап, ҡалабыҙҙың 15-се мәктәбендә уҡытыусы булып эшләгән.

- Бынан 30 йыл элек, 1992 йылдың йәйендә, 12-се «Аҡбуҙат» балалар баҡсаһы Бульвар урамында урынлашҡан бәләкәй генә бинала кескәйҙәр өсөн ишеген асты. Коллективты үҙ эшенә мөкиббән бирелгән Клара Ғәли ҡыҙы Дилмөхәмәтова етәкләй ине. Декрет ялынан сыҡҡас, ошо белем биреү учреждениеһында эшләп ҡарайым әле тип тәрбиәсе булып урынлаштым. Балалар баҡсаһы ул саҡта ошо адресҡа күскәйне. Бығаса мәктәптә математика уҡытыусыһы булып эшләһәм дә, бәләкәстәр менән тиҙ уртаҡ тел таптым. Йышыраҡ уртансы төркөмдәрҙә эшләргә тура килде. Шуныһы ҡыуаныслы, хәҙер минең тәрбиәләнеүселәрем үҙҙәре бында балаларын йөрөтә, - тип ихлас уртаҡлашты Әлфиә Вилдан ҡыҙы. – Әйтергә кәрәк, балалар баҡсаһында мәктәпкә генә түгел, ә ҙур тормош юлына ла әҙерлек башлана. Сөнки бында баланың характеры формалаша, донъяны танып-белеү һәләте үҫешә... Һәр ата-әсә сабыйын балалар баҡсаһына килтергән саҡта ғәзизенең эргәһендә эске донъяны тойомларға һәләтле, төплө аҡыллы, сабыр холоҡло тәрбиәсене күрергә теләй. Бала күңеле һиҙгер, нескә булыусан. Уны яратаһыңмы, юҡмы – әллә ҡайҙан тойоп тора. Был кире ҡаҡҡыһыҙ дәлил. Шуға ла тәрбиәсе булып эшләргә теләгән кеше өсөн иң мөһиме – баланы яратыу. Балалар баҡсаһы тәрбиәсеһенең эше үтә яуаплы. Ул кескәйҙәр өсөн көн һайын ниндәйҙер яңы асыштар яһап, ҡыҙыҡлы шөғөлдәргә өйрәтә... Тәрбиәләнеүселәремдән һәм коллективымдан тыш үҙемде башҡа өлкәлә күҙ алдына ла килтерә алмайым. Ошо 27 йыл эсендә бер эштән дә, бурыстан да баш тартманым, әле лә район һәм ҡала кимәлендә үткән бөтә сараларҙа әүҙем ҡатнашып торам.

Педагог, тәрбиәсе Әлфиә Әхмәтова балаларҙы юғары кимәлдә әҙерләгәне өсөн күп тапҡыр муниципаль район хакимиәтенең, мәғариф идаралығының Маҡтау грамоталары, Рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән. 2019 йылда Ә.Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернаты ойошторған сара сиктәрендә ул «Йыл тәрбиәсеһе» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була.

Бөгөнгө көндә заманса балалар баҡсаһы өсөн иң ҙур уңыш – йыр-моңға һәләтле тәрбиәселәрҙең булыуы. Тәрбиәсе Рәсилә ИБӘТУЛЛИНА «Аҡбуҙат»ҡа эшкә килгәндән бирле «Бәләкәй артист» исемле театр түңәрәген етәкләй. Һуңғы йылда уға музыка дәресе лә йөкмәтелә. Кескәйҙәр менән башҡорт халыҡ йолаларын, әкиәттәрен сәхнәләштереү – үҙе бер оло ҡыуаныс.

- Бәләкәй саҡтан уҡ тамашасы аудиторияһы алдында сығыш яһарға ынтылдым. Әле булһа иҫләйем: ҡурсаҡтарымды теҙеп ултыртып, уларға йә дәрес үткәрәм, йә концерт ҡуям. Шулай итеп, миндә уҡытыусы һәм артист булыу теләге бер юлы барлыҡҡа килде. Бөгөнгө тормошома ҡарайым да теләгем ҡабул булды бит, тип һөйөнәм. Балалар менән дә үҙебеҙ артист, үҙебеҙ тамашасы булып төрлө әҫәрҙәрҙе сәхнәләштерәбеҙ, - ти Рәсилә Сәғит ҡыҙы. – Бәләкәстәргә тәрбиә биреү – минең булмышым, улар
эргәһендә бар тормош мәшәҡәттәре онотолоп ҡалғандай тойола. Көн һайын уларҙың эске донъяһы менән йәшәйем, тиһәң дә була.

Бала саҡтан йырларға, бейергә әүәҫ Рәсилә Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу училищеһына уҡырға инергә хыялланған була. Ләкин уның ата-әсәһе, артист тормошо бөтөнләй икенсе төрлө, ғаиләне тәрбиәләргә ваҡыт һәм иғтибар етмәйәсәк, тип риза булмай. Әсәһенең бер туған Альмира һеңлеһе ҡыҙҙы Стәрлетамаҡ педагогия институтына алып килә. Шулай итеп, Рәсилә Сәғит ҡыҙы башланғыс кластар уҡытыусыһы һөнәрен һайлай. Уҡыуҙы уңышлы тамамлап, 2008 йылдан «Аҡбуҙат» балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эш башлай.

- Туған телебеҙҙең, тарихыбыҙҙың һәм мәҙәниәтебеҙҙең киләсәге үҙ ҡулыбыҙҙа. Бөгөнгө көндә, мөмкинлектәр булған саҡта, милләтебеҙ хаҡына ошо ҡиммәттәрҙе һаҡлайыҡ һәм үҫтерәйек. Эйе, туған телдең ҡәҙерен белгән, балаһын халҡыбыҙҙың бай йолалары нигеҙендә тәрбиәләргә ынтылған аңлы, тырыш йәштәребеҙ юҡ түгел. Бөтәһе лә шуны аңлаһын ине, - тигән теләген еткерә Рәсилә Ибәтуллина. - Әйтергә кәрәк, беҙҙең «Аҡбуҙат» балалар баҡсаһында милли халыҡ байрамдарына, ғөрөф-ғәҙәттәренә ҙур иғтибар бүленә. Мәҫәлән, йыл һайын «Ҡаҙ өмәһе», «Бәпес күреү», «Ҡатыҡ тәмләү», «Кәкүк сәйе», «Ҡарға бутҡаһы» кеүек сараларҙы ойоштороп торабыҙ. Кескәйҙәр ҙә, атаәсәләр ҙә һәр байрамды түҙемһеҙлек менән көтөп ала.

Тәртип тупһанан башлана, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр халыҡта... «Аҡбуҙат» балалар баҡсаһына ҡасан килһәң дә, бүлмәләре таҙа, бөхтә һәм яҡты, тип ҡыуана ата-әсәләр ҙә. Артабанғы һүҙебеҙ йыйыштырыусы Гөлсинә апай КИНЙӘБАЕВА тураһында булыр. Уның «Аҡбуҙат» белем биреү учреждениеһында эш башлауына быйыл 21 йыл була.

- 2001 йылда башҡорт балалар баҡсаһына ваҡытлыса тәрбиәсе ярҙамсыһы булып урынлаштым. Әлеге эшемдән ҡәнәғәтмен, уны еренә еткереп башҡарам, зарланыусылар юҡ. Йыйыштырылған таҙа бүлмәләрҙә балалар ҙа, тәрбиәселәр ҙә үҙҙәрен шат, тыныс тоя. Мин үҙем күңел йылыһын өләшергә яратҡан кешемен, 50 йәштән хаҡлы ялға китһәм дә, артабан да эшләргә көсөм, дәртем бар әле, - тип ҡыуанысын белдерә Гөлсинә апай. – Коллективта ла уңған, әҙәпле хеҙмәткәрҙәр эшләй. Ауыр саҡтарҙа бер- беребеҙгә ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер генә торабыҙ.

...Бынан бер нисә йыл элек Гөлсинә Кинйәбаеваның тормош иптәше баҡыйлыҡҡа күсә. Ләкин апайыбыҙ бирешә торған кешеләрҙән түгел, тормош ауырлыҡтарын еңеп сығып, тырышып донъяһын көтә. Йәй етеү менән ул Кинйәбулат ауылындағы йортона күсеп ҡайта. Ҡалаға көн һайын йөрөп эшләүе мәшәҡәт булһа ла, баҡсаны ла матур итеп тәрбиәләргә кәрәк.

Бөгөнгө көндә Ә. Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернатының мәктәпкәсә белем биреү төркөмөнөң коллективы өлкән тәрбиәсе Светлана Хәйруллина етәкселегендә эшләй.

- Ҡасандыр тап «Аҡбуҙат» башҡорт балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләү теләге мине ауылдан ҡалаға алып килде. Күрәһең, ғаиләлә ата-әсә һәм мәктәптә
уҡытыусылар биргән рухи тәрбиә үҙенекен көҫәгән, - тип уртаҡлашты Светлана Ғайса ҡыҙы. – Ләкин ул саҡта бында эшкә урынлаша алмай ҡалдым, 2006 йылдан 16-сы мәктәптә башҡорт телен уҡыта башланым. Әмәлгә ҡалғандай, яҙмыш мине яңыраҡ «Аҡбуҙат» белем биреү учреждениеһы менән бәйләне. Ошо рухи солғанышта башҡорт балалары менән эшләүе, туған телдә аралашыуы күңелгә дәрт-дарман өҫтәй. Был минең студент сағымдан килгән хыялым ине.

Һис шикһеҙ, «Аҡбуҙат» балалар баҡсаһы коллективы – талантлы педагогтар, тип әйтергә урын бар. Тәрбиәселәр бәләкәстәргә белем нигеҙҙәрен һалып ҡына ҡалмай, үҙҙәре лә ижади йүнәлештә әүҙем эш алып бара, төрлө яҡлап үҫешә. Балалар менән берлектә республика һәм район кимәлендәге конкурстарҙа, ярыштарҙа ҡатнашып, ҙур еңеүҙәргә өлгәшә, призлы урындар яулай.

Педагогтарҙың белем биреү программаһына ярашлы, заманса технологияларҙы ҡулланып үткәргән дәрестәре кескәйҙәрҙең ижади мөмкинлектәрен үҫтереп кенә ҡалмай, ә уларҙа теманы өйрәнеүгә теләк тыуҙыра, ҡыҙыҡһыныуҙарын бермә-бер арттыра. «Аҡбуҙат» мәктәпкәсә белем биреү төркөмө балаларының һәр бер саранан һәм дәрестән ҡәнәғәт ҡалыуҙарына ышанысыбыҙ ҙур.

Тәрбиәләнеүселәрҙең «Башҡорт фольклоры», «Бәләкәй артист», «Ҡом анимацияһы», «Инглиз теле» һәм «Шашка» түңәрәктәрендә ихлас күңелдән шөғөлләнеүе бында белем биреүҙең юғары кимәле тураһында һөйләй. Ошо мөхиттә тәрбиәләнгән һәр бер кескәй бала киләсәктә милләтебеҙҙең рухи нигеҙен тотасаҡ, тигән уй ҙур өмөттәр бағлап ҡала.


Автор фотолары.

Рухи тәрбиә – милләт киләсәге
Рухи тәрбиә – милләт киләсәге
Рухи тәрбиә – милләт киләсәге
Рухи тәрбиә – милләт киләсәге
Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас