

Ҡыҙҙарыбыҙ байрамға етди итеп әҙерләнделәр. Бәйгелә 6 ҡыҙ ҡатнашты.
Конкурс шарттары еңелдән булманы: үҙҙәре менән таныштырыу, белемдәрен һынап ҡарау, подиумда йөрөү, кейемдәрен рекламалау, башҡортса матур итеп бейеп күрһәтеү кеүек бәйгелә һәләттәрен күрһәттеләр улар.
3 урынды - 6-сы төркөмдән Әхмәтйәнова Зарина, 2 урынды - 7 төркөмдән Йәһүҙинә Азалия, 1 урынды 8(2) төркөмдән Дауытова Зәлиә алһа, Гран-приға 9 төркөмдән Шәрипова Лилиана лайыҡ булды.
Ҡатнашҡан ҡыҙҙарҙы ихлас ҡотлайбыҙ!
Был сараны ойоштороусы Ильясова Әлиә Ғәли ҡыҙына ла ҙур рәхмәт!
Фәхретдинова А.Ғ.