Мәғариф
12 Март 2022, 14:00

Гимназия яңылыҡтары

2-се башҡорт гимназия-интернатында “Йәгеҙ әле, ҡыҙҙар!” конкурсы үтте.

Гимназия яңылыҡтарыГимназия яңылыҡтары
Гимназия яңылыҡтары

Ҡыҙҙарыбыҙ был байрамға етди әҙерләнделәр. Капитандар итеп 10-сы төркөм тәрбиәләнеүселәре Вәлиева Ғәлиә менән Шәрипова Әлфинә һайланды. Улар һәр бер төркөмдән иң уңған, иң булдыҡлы, иң гүзәл ҡыҙҙы һайлап алып конкурсҡа әҙерләй башланы. Ҡыҙҙар үҙҙәренең командаларына иң беренсе исем, девиз, йыр һайланы. 1-се команда «Алтын ҡыҙҙар» булһа, икенсеһе «Башҡорт ҡыҙҙары» тип аталды.

Конкурс шарттары ла бик еңелдән булманы. Башта мәҡәл-әйтемдәр буйынса белемдәрен тикшереп сыҡтылар. Артабан «матур прическа», бейеү конкурсында һәләтле ҡыҙҙарыбыҙ үҙ көстәрен һынанылар.

«Подиум» тип аталған бәйгелә ҡыҙҙар үҙҙәре кейергә теләгән моданы тамашасыларға тәҡдим итте. Ҡатын-ҡыҙға киләсәктә бик кәрәкле булған төймә тағыу, бала төрөү, баланы кейендереп, матур һүҙҙәр әйтеп мәктәпкә оҙатыу кеүек һынауҙарҙы ла ҡыҙҙарыбыҙ бик еңел башҡарып сыҡтылар. Ә бына күҙҙәрҙе бәйләп һүрәт төшөрөү еңел булмағандыр...

Өлкән тәрбиәсе Ҡаһарманова И.Х, тәрбиәселәрҙең методик ойошма етәксеһе Батраева Т.Ғ, гимназияның яңы ғына һайланған президенты Шәрипова Ғәлиәнән торған жюри ағзалары мәрәйҙәрҙе иҫәпләгәнсе ике команда ла тамашасыларға үҙҙәренең йыр - бейеүҙәрен тәҡдим иттеләр.

Шулай итеп, 1-се урынды 97 мәрәй йыйып «Башҡорт ҡыҙҙары» алды, унан ике генә мәрәйгә ҡалышып «Алтын ҡыҙҙар» командаһы 2-се урынға лайыҡ булды. Афарин, ҡыҙҙар!

Был кисәне ойоштороусы тәрбиәселәр Батраева Т .Ғ, Булатова М.М, һәр эштә ярҙам итергә әҙер торған, музыкаль яҡтан биҙәүсе 10-сы төркөм егеттәре Аканаев Урал, Хужәхмәтов Алик, Ғимранов Русланға, 8/2-се төркәм егеттәре Ғөбәйҙуллин Таһир, Фатеев Алмазға рәхмәт белдерәбеҙ.

 

Булатова М.М.

 

Фото: https://vk.com/bgi.validi

Гимназия яңылыҡтары
Гимназия яңылыҡтары
Гимназия яңылыҡтары
Гимназия яңылыҡтары
Автор:Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернаты
Читайте нас