

Әлмира апайҙың нәҫел тамырҙары Учалы районынан. 1978 йылда Сәлих ауылы егете Мөхәрәм Мөхәмәҙуллинға тормошҡа сыҡҡандан алып, хәҙер 44 йыл ошо ауылда донъя көтә. Көс-дәрте ташып торған йәшлегенең иң матур осоро ла уның Сәлих мәктәбендә эшләгән йылдарына тура килә. Мәктәп директоры вазифаһын ғына ул 26 йыл тарта.
- Мин уҡытыусылар нәҫеленән. Атайым яғынан Хәләф олатайым да уҡытыусы булған. Атайым да башланғыс кластарҙа уҡытты. Һуғышта йөрөп ҡайтҡандан һуң хаҡлы ялға сыҡҡансыға тиклем балаларға белем бирҙе. Бер туғаны филология фәндәре кандидаты, әҙәбиәтсе, фольклорсы Марат Минһажетдинов та нәҫелебеҙ ғорурлығы. Шуға уҡытыусы эше миңә бала саҡтан таныш булды. Әле лә хәтерҙә атайым өйгә дәфтәр тикшерергә алып ҡайтһа, хаталарын бергәләп эҙләй торғайныҡ. Өлкән класта уҡығанда атайым ауырып китһә, директор рөхсәте менән, балаларҙы уҡытырға ла барғаным булды. Кәрәк саҡта төрлө кластан тыш саралар ойошторорға ла ярҙам итә инем. Балалар менән эшләүе оҡшай ине, шуға мәктәпте тамамлағас, Өфөгә Башҡорт дәүләт университетына юлландым. Тәүге йылда уҡ конкурстан үтә алманым, үҙемдең районымда бер йыл мәктәптә эшләп торҙом да ҡабат БДУ-ға барҙым. Шулай итеп студент булып киттем, 1975 йылда уны тамамлап, башҡорт һәм рус теле уҡытыусыһы булып сыҡтым, - тине Әлмира Жәүәт ҡыҙы уҡытыусылыҡҡа илткән юлдарын хәтерләп.
Уҡып бөтөп эшләп йөрөгән йылдарында Өфө уны буласаҡ тормош иптәше менән осраштыра. “Үҙем буйға бәләкәй булғанғамы икән, ҡыҫҡа буйлы егеттәрҙе яратмай торғайным. Ә Мөхәрәм оҙон, мыҡты кәүҙәле, бөҙрә сәсле, төҫкә матур егет ине. Холҡоноң тыныс, сабыр булыуы, белемлелеге менән дә минең йөрәгемде яулап алды ул”, - ти Әлмира апай уйҙары менән йәшлек йылдарына әйләнеп ҡайтып. Өйләнешкәс тә йәш ғаилә егеттең тыуған ауылы Сәлихта төпләнергә ҡарар итә. Эше лә ыңғай хәл ителә, йәш уҡытыусыны коллектив та үҙ итә.
- Ул саҡта мәктәп директоры Әхмәт Нурый улы Арыҫланов ине. Бер-ике йыл уҡытыусы булып эшләнем дә, аҙаҡ мәктәп директоры урынбаҫары бурысын йөкмәттеләр, ә 1983 йылда мәктәп директоры итеп тәғәйенләп ҡуйҙылар. Һәм шул осорҙан бер өҙлөкһөҙ 26 йыл буйы йәғни 59 йәшемә тиклем етәкселек эшен алып барҙым. Элек уҡытыусылар коллективы ҙур, балалар күп ине. Уҡыусыларҙың һаны 200-гә яҡын булды. Уҡыуҙа яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтеү генә түгел, хеҙмәт тәрбиәһе биреүгә лә иғтибар көслө ине. Уҡыусылар менән сөгөлдөр утап, шул аҡсаға уларҙы Өфө, Мәскәү, Курск ҡалаларына экскурсияға алып барған ваҡыттар матур хәтирәләр ҡалдырған. Ғөмүмән, эшләгән осоромда уҡытыусылар йәки ата-әсәләр тарафынан бер ризаһыҙлыҡ белдереү, тәмһеҙләшеп йөрөү күренеше булманы. Киреһенсә, минән алдағы директор ҙа, тәжрибәле, өлкән йәштәге уҡытыусылар ҙа эшемә һәр яҡлап ярҙам итергә әҙер торҙолар. Был, әлбиттә, минең күңелемде үҫтерҙе, эшкә дәртемде арттырҙы. Бының өсөн коллективыма бик рәхмәтлемен, - тип хеҙмәт йылдарын һағынып һөйләп алды ветеран уҡытыусы. Етәкселек итеү – бигерәк тә ҡатын–ҡыҙ өсөн еңелдән түгел. Сөнки эштән башҡа ғаилә, донъя мәшәҡәттәре, береһенән-береһе бәләкәй өс бала ла иғтибар талап итә. Өйҙә ныҡлы терәк, таяныс булғанда ғына эшеңде лә уңышлы алып барыу мөмкин. Был йәһәттән Әлмира апай тормош иптәшенә һәм ҡәйнәһенә рәхмәтле.
- Тормош көткәндә ирем Һәр ваҡыт ныҡлы таяныс булды, шулай уҡ ҡәйнәм балаларыбыҙҙы үҫтерешергә ярҙам итте. Ул ябай ғына ауыл ҡатыны булһа ла, ныҡ аҡыллы ине. Мине тартып торҙо. Донъя көткәндә уға таяндым, унан күп нәмәгә өйрәндем. “Кеше менән матур йәшәйем тиһәң, телеңде тый” тип ҡабатларға ярата ине. Үҙе лә кешеләргә изгелекле булды. Балаларыма ике ай тулһа, уларҙы ҡәйнәмә ҡалдырып декрет ялынан эшкә сығып китә инем, сәңгелдәктә ятып ҡалалар ине. Шулай, эш тип тырыштым инде. Атайым: “Ниндәйҙер эште үҙеңә йөкмәп алғанһың икән, ауыр булһа ла башҡарып сығырға кәрәк. Кеше һүҙ әйтерлек булмаһын” тип өйрәтә торғайны. Уның тәрбиәһе лә күңелгә һеңгәндер, - был һүҙҙәрҙә әңгәмәсемдең үҙ һөнәрен яратыуы ғына түгел уға яуаплы ҡарашы ла сағыла.
Оло кешенең кәңәше – тормош тәжрибәһенән алына. Ололарҙың һүҙенә таянғандар, кәңәшен тотҡандар тормошта ышаныслыраҡ атлай. Һөнәреңде дөрөҫ һайлау ҙа был донъяла бәхетеңдең яртыһы. Ваҡытында уҡытыусылыҡҡа дөрөҫ йүнәлеш биргән атаһының кәңәше, үҙенең күңел тартыуы ла алдамай, Әлмира Жәүәт ҡыҙы ғүмерен яратҡан эшенә арнай.
Мәҡәләнең дауамын гәзиттең 5-се һанында (04.02.2022) уҡығыҙ.
Автор һәм ғаилә архивынан фотолар.