

Быйыл уҡытыусы һөнәре тураһында эссе урынына “методик һандыҡ” ойошторолдо. Унда һәр ҡатнашыусы үҙенең тәжрибәһен күрһәтә ала. Әлеге ваҡытта асыҡ дәрестәр уҙғарыла. Уҡытыусылар дәрестәрҙе таныш булмаған кластарҙа үткәрә, уларҙы комиссия ағзалары баһалай. Шулай уҡ класс сәғәттәре үтә. Конкурс 25 фералдә ҙур концерт менән тамамланасаҡ. Сәхнә түрендә еңеүселәр билдәләнәсәк.
Ирина Вахонина фотоһы