

Балалар ата-әсәләре ярҙамы менән ҡағыҙҙан, пластик һауыттарҙан, ағас киҫәктәренән тағараҡтар эшләне. Һәр уҡыусының тағарағы үҙенсәлекле килеп сыҡты. Балалар уларҙы мәктәп баҡсаһындағы ағастарға элеп сыҡты. Унда ярма, көнбағыш, икмәк валсыҡтары ла һалдылар.
Беренселә генә уҡыһалар ҙа күңелдәре киң, ярҙамсыл был бәләкәстәрҙең.