

Кинйәбулат ауылының аш-һыу оҫталары 8 класс уҡыусыларына бауырһаҡ бешерергә өйрәтте. Был татлы ризыҡты бешереү серҙәренә өйрәнергә теләүсе ҡыҙҙар күп булып сыҡты. Башҡортостандың аткаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Зөбәржәт Шаһиева мәҙәни саралар уртаһында ғына ҡайнап йәшәмәй, аш-һыу оҫтаһы ла. Уның етәкселегендә ҡыҙҙар бауырһаҡ ҡамырын баҫырға ла, ҡырҡып бешерергә лә өйрәнде.
- Бындай сара хәҙер 3-сө йыл рәттән уҙғарыла. Былтыр ҡыҫтыбый бешерергә өйрәндек. Уҡыусылар ҡыҙыҡһынып ҡатнашалар.Тыуған төйәгебеҙҙең йолаларын, милли ризыҡтарҙы белеү йәһәтенән дә оҫталыҡ дәресе әһәмиәтле, - тине мәктәптең тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары Татьяна Землянко.
Оҫталыҡ дәресендә ҡатнашып, бауырһаҡ бешерергә өйрәнгән ҡыҙҙарҙың береһе Аделя Хәйруллина ла ҡәнәғәт булыуын әйтте:
- Миңә бик оҡшаны бөгөнгө осрашыу. Башҡорт милли ризығын һәр беребеҙ ҙә бешерергә өйрәнергә тейеш минеңсә. Бығаса бауырһаҡ бешереүе ҡатмарлы тип уйлаһам, ул ябай ғына булып сыҡты. Хәҙер уны үҙаллы ла бешерә аласаҡмын , - тине ҡыҙ.
Бауырһаҡ бешкәнсе, оҫталыҡ дәресен ҡарарға килгән башҡа уҡыусылар менән кинйәбулаттар боронғо уйындарҙы ла уйнап алды. Үҫмерҙәрҙең бик ихлас ҡатнашыуҙары һөйөндөрҙө.
- Ошондай фәһемле сара ойошторғандары өсөн мәғариф идаралығына, Кинйәбулаттың әүҙем ҡатын-ҡыҙҙарына рәхмәт. Бик матур килеп сыҡты. Киләсәктә күберәк балаларҙы ылыҡтырырһаҡ ине,- тигән теләктәрен еткерҙе туҡланыу буйынса оператор Гөлназ Кинйәбаева.
Оҫталыҡ дәресен үткәреүсе апайҙар ҙа осрашыуҙан ҡәнәғәт ҡайтты. Ҡыҙыҡһыныусан, иғтибарлы, тәртипле уҡыусылар бик оҡшаны, тине улар.
Мәғариф идаралығының туҡланыу буйынса белгесе Римма Кинйәбаева билдәләүенсә, флешмоб сиктәрендә район һәм ҡала мәктәптәре уҡыусылары бишбармаҡ, ҡыҫтыбый, ҡош теле, йыуаса,ҡуллама, ғөбәҙиә, туҡмас, һалма һәм башҡа ризыҡтар әҙерләргә өйрәнгән. Уҡыусыларҙа милли ризыҡтарға ҡыҙыҡһыныу уянған икән, тимәк, ойоштороусылар үҙ маҡсатына өлгәшкән.
Автор фотолары