

Донъялыҡта милләтте милләт иткән бер булмыш бар – ул тел. Шуға күрә, беҙҙең балалар баҡсаһында йолаларыбыҙҙы, тарихыбыҙҙы, дөйөм алғанда мәҙәниәтебеҙҙе туған телдә өйрәнеүгә барлыҡ шарттар булдырылған. Бында тәжрибәле педагогик состав та, матди база ла, коллективтың илһамланып эшләү өсөн дәрте лә етерлек.
Хеҙмәткәрҙәребеҙ – талантлы педагогтар. Улар балаларға белем нигеҙҙәрен һалып ҡына ҡалмай, ә үҙҙәре лә ижади йүнәлештә әүҙем эш алып бара, төрлө яҡлап үҫешә. Тәрбиәселәр һәм балалар төрлө конкурстарҙа, ярыштарҙа ҡатнашып, ҙур еңеүҙәргә өлгәшә, призлы урындар яулай. Әйтергә кәрәк, «Аҡбуҙат» балалар баҡсаһында милли халыҡ байрамдарына, ғөрөф-ғәҙәттәренә ҙур иғтибар бүленә. Мәҫәлән, йыл һайын «Ҡаҙ өмәһе», «Бәпес күреү», «Ҡатыҡ тәмләү», «Кәкүк сәйе», «Ҡарға бутҡаһы» кеүек сараларҙы ойоштороп торабыҙ. Балалар ҙа һәр байрамды түҙемһеҙлек менән көтөп ала. Әлеге мәлдә беҙҙең учреждениела төрлө түңәрәктәр эшләй, үҙем дә был йүнәлештә 11 йыл «Бәләкәй әртис» ижади коллективын етәкләйем. Бында 4-6 йәштәге балалар шөғөлләнә. Кескәйҙәр менән башҡорт халыҡ йолаларын, әкиәттәрен сәхнәләштерәбеҙ. Бер байрам да, бер сара ла «Бәләкәй әртис»һеҙ үтмәй. Балалар ҙа ихлас күңелдән ҡатнашып, дәртләнеп, тағы ла яңы өҙөктәрҙе сәхнәләштереүҙе һорай.
Шуныһы ҡыуандыра: тәрбиәләнеүселәрҙең ата-әсәләре лә беҙҙең менән бер тулҡында тирбәлә. Улар дөйөм хеҙмәттең балаларға уҡытыу-тәрбиә эшен алып барыу шарттарын уңайлыраҡ, сифатлыраҡ итеү өсөн кәрәклеген яҡшы аңлай. Шуға ла һәр башланғысыбыҙҙы күтәреп сығырға әҙер торалар. Бының өсөн уларға ҙур рәхмәтлебеҙ!
Коллективҡа, ата-әсәләргә барлыҡ эштәрҙә, проекттарҙа уңыштар юлдаш булһын, уларға һөҙөмтәле эш теләйем!