Мәғариф
10 Декабрь 2021, 04:00

Ишәй ауылы мәктәбендә шиғыр һөйләү конкурсы уҙҙы

8 декабрь башҡорт теле көнөнә арналған аҙналыҡ сиктәрендә Ишәй урта мәктәбендә "Халҡым теле миңә - хаҡлыҡ теле" тип аталған шиғыр һөйләү конкурсы уҙҙы. Ун алты уҡыусы үҙҙәренең яратҡан шиғырҙарын башҡарып, көстәрен һынап ҡаранылар.

Ишәй ауылы мәктәбендә шиғыр һөйләү конкурсы уҙҙыИшәй ауылы мәктәбендә шиғыр һөйләү конкурсы уҙҙы
Ишәй ауылы мәктәбендә шиғыр һөйләү конкурсы уҙҙы

Ысынында, бәйгелә ҡатнашыусы һәр бала көсөн һалып, ҙур эш башҡарҙы. Шиғырҙы тырышып ятлаған өсөн, ҡыйыулыҡ табып тыңлаусылар алдына сығып телмәр тотҡаны өсөн һәммәһе лә маҡтауға лайыҡ. Нимәһе ҡыуаныслы: башҡорт телендә һөйләшә белмәгән уҡыусылар ҙа үҙҙәре теләп ҡатнаштылар һәм бик матур сығыш яһанылар. Еңеүселәргә өс урын билдәләнек, бүләктәр тапшырҙыҡ. Ҡалған уҡыусыларҙың барыһы ла ҡатнашыу өсөн маҡтау грамоталары һәм кес кенә бүләктәр алып ҡыуандылар. Был сара ҡыҙҙар-егеттәргә оҡшаны, уларҙа сәм уятты. Ҡотлауҙар, изге теләктәр менән конкурсты тамамланыҡ. Киләһе йылдарҙа, алдағы башҡорт телендә үткәреләсәк бәйгеләрҙә ҡатнашыусыларыбыҙ тағы ла артыр, тигән өмөттә ҡалабыҙ.
6-сы класс уҡыусыһы Дәүләткилдин Раянға еткәндәр булманы. Ул 1-се урын яулаусы! 2-се урынға 2-се класс уҡыусыһы Хәсәнова Айгөл сыҡты. 3-сө урын иһә 8-се класс уҡыусыһы Теләүғолова Эвелинаға бирелде.

 

Фото: https://vk.com/isheevo_school

Ишәй ауылы мәктәбендә шиғыр һөйләү конкурсы уҙҙы
Ишәй ауылы мәктәбендә шиғыр һөйләү конкурсы уҙҙы
Ишәй ауылы мәктәбендә шиғыр һөйләү конкурсы уҙҙы
Автор:Ишәй ауылы мәктәбе.
Читайте нас