

Уҡыусылар халыҡ яҙыусыһы З.Биишеваның "Башҡорт теле" шиғырын һөйләп, флешмобта ҡатнаштылар. Гимназия телевидениеһы аша бөйөк мәғрифәтсе, шағир М. Аҡмулланың ижады тураһында презентациялар күрһәтелде. Башҡорт теленә һәм М.Аҡмуллаға арналған күркәм күргәҙмә ойошторолдо. Шулай уҡ мәктәп фойеһында тирмә ҡоролоп, унда башҡорт халҡының көнкүрешенә, кейеҙ баҫыу өлгөләренә бәйле экспозициялар ғына ҡуйылып ҡалманы, оҫталыҡ дәрестәре лә үткәрелде.
Уҡыусылар күңеленә селтәр эшләү, кейеҙ баҫыу кеүек эштәр хуш килде. Ә 7-се дәрестә бөтә гимназия уҡыусылары өсөн берҙәм класс сәғәте үтте. Уны мәктәп директоры
Ә.Ғ. Фәйзуллин асты. Артабан башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ф.Т. Әмирханова башҡорт халҡының данлы-шанлы тарихы, башҡорт теленең аһәңе, байлығы хаҡында мауыҡтырғыс итеп һөйләне. Иманлы кеше ниндәй булырға тейеш тигән һорауҙарға ла яуап тапҡандарҙыр уҡыусылар. Уҙғарылған сараларҙы Ишембай "Сәләм" телевидениеһы ла үҙ тапшырыуҙарында яҡтыртып барасаҡ. Был көн уҡыусылар күңелендә һаҡланыр, тип ышанайыҡ.