

Уны Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы, республиканың Мәғарифты үҫтереү институты ойошторҙо. Тәүге тапҡыр уҙғарылған бәйгелә Башҡортостандың төрлө ҡала һәм райондарынан 64 уҡытыусы ҡатнашты. Улар араһында Ишембай ҡалаһы 16-сы мәктәбенең тарих уҡытыусыһы Зөфәр Ғәлләмов та бар ине. Зөфәр Рәжәп улы конкурста лауреат исемен яуланы.