Мәғариф
5 Октября 2021, 04:10

Хөрмәтле уҡытыусылар, педагогия хеҙмәте ветерандары!

Йыл һайын изге йола буйынса иң күркәм байрамдарҙың береһе - Уҡытыусылар көнөн билдәләйбеҙ.

Хөрмәтле уҡытыусылар, педагогия хеҙмәте ветерандары!Хөрмәтле уҡытыусылар, педагогия хеҙмәте ветерандары!
Хөрмәтле уҡытыусылар, педагогия хеҙмәте ветерандары!

Уҡытыусы хеҙмәте хаҡлы рәүештә иң изге, ижади тип һанала. Шул уҡ ваҡытта ул – ауыр ҙа, яуаплы ла. Һәр уҡыусығыҙ – ул һеҙҙең киң күңелегеҙ, һөйөүегеҙ һәм түҙемлегегеҙҙең бер өлөшө.

Көн һайын, дәрестә һәм шәхсән аралашҡан ваҡытта һеҙ үҫеп килеүсе быуынды изгелек һәм яуызлыҡ төшөнсәләрен аңларға, намыҫлы булырға, ололарҙы хөрмәт итергә,
тыуған төйәгебеҙҙе яратырға өйрәтәһегеҙ. Нәҡ һеҙ киләсәктә тыуған еребеҙ, республикабыҙ, бөтә Рәсәй яҙмышын билдәләйәсәк белемле, рухи яҡтан үҫешкән йәштәрҙе үҫтерәһегеҙ. Хөрмәтле мәғариф хеҙмәткәрҙәре! Һеҙҙе ошо матур байрам менән ихлас ҡотлайым!

Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, бәхет, маҡсатҡа ынтылыусан һәм рәхмәтле уҡыусылар, мәғариф өлкәһендә яңы уңыштар теләйем!


Азамат АБДРАХМАНОВ, Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте башлығы.

Автор:
Читайте нас