

Мул итеп әҙерләнгән өҫтәлдәр күҙ яуын алырлыҡ булды. Һәр класс үҙ өҫтәлен биҙәне. Барыһы ла үҙ фантазияларын эшкә егеп, барлыҡ мөмкинлектәрен ҡулланып әҙерләнде.
Байрамды мәктәпкәсә төркөм балалары үҙ сығыштары менән асып ебәрҙеләр. Уҡыусылар ысын мәғәнәһендә ял итте, күңел асты.