Мәғариф
25 Сентябрь 2021, 07:30

Урман-Бишҡаҙаҡ мәктәбендә яңы мөмкинлектәр

Үткән аҙнала Урман-Бишҡаҙаҡ мәктәбе нигеҙендә “Заманса мәктәп” федераль проекты буйынса “Үҫеш нөктәһе” үҙәге асылды. Белем сифатын яҡшыртыу өсөн был өҫтәмә мөмкинселек. Сарала Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте башлығы Азамат Абдрахманов та ҡатнашты.

Урман-Бишҡаҙаҡ мәктәбендә яңы мөмкинлектәрУрман-Бишҡаҙаҡ мәктәбендә яңы мөмкинлектәр
Урман-Бишҡаҙаҡ мәктәбендә яңы мөмкинлектәр

Үҫеш нөктәһен асыу тананаһында сығыш яһап, район хакимиәте башлығы уҡытыусыларға уҡыусыларҙың һәләтен үҫтереү өҫтөндә уңышлы эш теләне. Бөтә был сараларҙың балалар өсөн булдырылыуын билдәләне. Тантанала шулай уҡ муниципаль райондың мәғариф идаралығы начальнигы Илшат Исмәғилов та ҡатнашты. Ул был проекттың 2019 йылдан тормошҡа ашырылыуын һәм бөгөнгө көндә ауыл мәктәптәренең яртыһында “Үҫеш нөктәләре” булдырылыуын билдәләне. Йәғни 19 мәктәптең туғыҙында улар эшләп килә. 2024 йылға барлыҡ мәктәптәрҙең дә “Үҫеш нөктәһе” менән йыһазландырыласағын да әйтеп үтте.

Килгән ҡунаҡтар “Үҫеш нөктәһе”ндә булдырылған шарттар менән танышты. Ул ике кабинетта алып барыла һәм физика, химия, биология фәндәрен уҡытыуға йүнәлтелгән. Уҡыусылар яңы заманса ҡорамалдар, улар менән эшләү тәжрибәһен күрһәтте. Ҡуйылған талаптарға ярашлы ике бүлмәлә лә ремонт яһалған.

- Матур бүлмәләр, заманса ҡорамалдар ауыл уҡыусыларына сифатлы белем биреү мөмкинлеген киңәйтә. Милли проект сиктәрендә уҡыусылар белем алыуҙа киң технологиялар һәм яңы алымдар ҡуллана ала. Яңы уҡыу йылын яңы мөмкинлектәр менән башлап китеүе ҡыуаныслы. Уҡыу сифаты тағы ла яҡшырыр һәм йәш ғаиләләр тыуған яҡтарында күберәк төпләнер, - тигән ышанысын да белдерҙе мәктәп директоры вазифаһын башҡарыусы Лилиә Ғәлина.

Әйтергә кәрәк, 2019 йылда бындай үҙәктәр Петровск, Кинйәбулат, Яңы Әптек ауылдары мәктәптәрендә, 2020 йылда Үрге Этҡол һәм Ҡолғонала асылғайны. Быйылғы йылда улар Васильевка, Түбәнге Әрмет, Ишәй һәм УрманБишҡаҙаҡ мәктәптәрендә эш башланы. Киләһе йылда “Үҫеш нөктә”ләрәнең Верхотор, Көҙән һәм Әхмәр мәктәптәрендә лә асылыуы көтөлә.


Автор фотоһы

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас