Мәғариф
1 Сентябрь 2021, 04:00

Аҡ юл һеҙгә, уҡыусылар!

Быйыл республикабыҙ мәктәптәренә ярты миллионға яҡын бала уҡырға бара. Башҡортостан буйынса тәүге тапҡыр парта артына 58 мең беренсе класс уҡыусыһы ултырһа, Ишембай районында яҡынса 1200 тирәһе бала тәүге тапҡыр мәктәп ишеген асасаҡ.

Аҡ юл һеҙгә, уҡыусылар!Аҡ юл һеҙгә, уҡыусылар!
Аҡ юл һеҙгә, уҡыусылар!

Улар араһында Ишембайҙа йәшәүсе Зарина Мырҙабаева ла бар. Шаян, шул уҡ ваҡытта талапсан ҡыҙыҡай 27-се балалар баҡсаһына йөрөгән, һанарға, уҡырға, һүрәт төшөрөргә, бейергә өйрәнгән. Зарина ҡалабыҙҙың 1-се гимназияһында белем аласаҡ.

Яңы уҡыу йылы уҡыусылар, уларҙың ата-әсәләре, уҡытыусылар өсөн оло хеҙмәт, ижади ҡаҙаныштар йылы булһын. Бөгөн белем һәм һөнәр алыусы уҡыусылар, студенттар киләсәктә эш-ғәмәлдәре менән илебеҙгә һәм, әлбиттә, тыуған районыбыҙға файҙа килтерһен!


Автор фотоһы.

Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас