

Данил Фәнис улы әйтеүенсә, бөгөнгө көндә сифатлы мәктәпкәсә һәм башланғыс белем биреүгә һорау ҙур. Һәр ата-әсә балаһының мәктәпкә теләк менән, шатланып барыуын, уҡыуын теләй һәм бының өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләргә әҙер. Мәктәптә уҡырға яраҡлашыу өсөн дә күп факторҙар булышлыҡ итә, әммә төп нигеҙ булып баланың физик һәм психологик торошо, уҡыу башына уның мотивацияһы һәм әҙерлек кимәле тора. “Яҡтылыҡ” педагогтары нәҡ ошоларға иғтибар бирәсәк тә инде.
- Балалар баҡсаһында һәм мәктәптә төркөмдәр аҙ комплектлы буласаҡ. Был һәр балаға тейешле иғтибар бүленһен өсөн кәрәк. Мәктәпкәсә төркөмгә 2-4 һәм 5-7 йәшлек 20-шәр баланан торған ике төркөм асырға планлаштырабыҙ. Кәрәк булған осраҡта ике йәштән кесерәк балаларҙы ла ҡабул итеү мөмкинлеге бар. Кескәйҙәр балалар баҡсаһында иртәнге сәғәт һигеҙҙән киске етегә тиклем буласаҡ. Башланғыс мәктәптә 14 кешегә тиклем булған 1-4 кластар ойошторабыҙ. Мәктәп 8.00 сәғәттән 19.00 сәғәткәсә эшләйәсәк, - ти Данил Фәнис улы. - Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы - биш, уҡыусыларҙы өс тапҡыр ашатыу ҡаралған. Меню балаларҙың үҙенсәлектәрен һәм теләктәрен иҫәпкә алып әҙерләнәсәк, мәҫәлән, диетик, хәләл һәм башҡалар. Уҡытыуҙы педагогтар ФГОС талаптарына яраҡлаштырылған ЭльконинДавыдовтың үҫеш программаһы буйынса алып барасаҡ. Бында төп критерий булып билдә түгел, ә уҡый белеү, эҙләнеү күнекмәләре, мәғлүмәт һәм белем алыу тора. Система баланы һөҙөмтә алғанға тиклем процестарҙың һәм күренештәрҙең асылын аңларға өйрәтә.
Был программа менән шөғөлләнеп балалар анализларға, алынған мәғлүмәтте тәртипкә килтерергә, үҙенә маҡсаттар ҡуйырға һәм уларҙы хәл итеү юлын эҙләргә өйрәнә. Уҡыусылар парлап йәки төркөмдәр менән шөғөлләнәсәк. Ул баланы командала эшләргә, ҡарарҙар ҡабул итергә, лидерҙы һайларға йәки үҙе лидер булырға мөмкинлек бирә, башҡаларға ышаныу һәм яуаплылыҡты үҙ өҫтөңә алыу, эш үтәлһен өсөн бурыстарҙы бүлеү кеүек сифаттарға өйрәтә. Шулай уҡ ул үҙ-үҙен анализларға, үҙ-үҙенә тап килгән баһа бирергә өйрәнәсәк. Өйгә эште уҡыусыға үҙаллы эшләргә кәрәк буласаҡ, бының өсөн уҡыу барышының ике сәғәте – 17.00-19.00 сәғәттәр нәҡ шуға бүленгән. Өйгә эш эшләгәндә атаәсәләрҙең ҡатнашлығы ҡаралмаған. Киске сәғәт етенән һуң бала өйөнә ҡайта, ял итә, үҙ эше менән мәшғүл була. Бөгөнгө тормоштоң үҙ ҡанундары: хәҙер хеҙмәт баҙарында киң белемле белгестәр талап ителә. “Яҡтылыҡ”тың тәрбиәләнеүселәре һәм уҡыусылары музыка, нәфис һәм театраль ижад менән шөғөлләнәсәк. Балалар фәнгә тәүге аҙымдарын яһаясаҡ, дәрестәрҙә химия, физика кеүек фәндәр нигеҙҙәрен үҙләштерәсәк, тәжрибәләр ҡараясаҡ, үҙҙәре лә үткәрәсәк. Программалаштырыу, робототехника һәм конструкторлау буйынса дәрестәр уҙғарыу ҙа планлаштырыла. Шулай уҡ балалар тиҙ уҡыу һәм менталь арифметика менән дә шөғөлләнәсәк. Инглиз теле уйын формаһында үтәсәк.
- Беҙҙең өсөн иң мөһиме – балаларҙың физик һәм психологик һаулығы. Беҙ уларҙың төрлө яҡлап үҫеүен һәм үҙаллы булыуын теләйбеҙ, - ти Данил Фәнис улы. – Беҙҙең бурыс – балаларҙы көсләп уҡытыу түгел, ә үҙҙәренең шәхси сифаттарына ярашлы үҫергә, уларҙың таланттарын һәм үҙенсәлектәрен үҫтерергә мөмкинлек биреү. Уҡыусыларҙы сифатлы һәм төрлө булған туҡланыу менән тәьмин итәсәкбеҙ, дөйөм һаулыҡты нығытыу өсөн дәрестәрҙе саф һауала йөрөү, бассейнда һыу инеү менән бергә алып барырға ниәтләйбеҙ. Дәрестән тыш эштәрҙе үткәреү өсөн йәш белгестәргә өҫтөнлөк бирелһә, мәктәп программаһын стажлы уҡытыусылар алып барасаҡ. Балалар баҡсаһында төркөмдәрҙә ике тәрбиәсе һәм бала ҡараусы эшләйәсәк.
Шулай уҡ беҙҙең учреждениела психолог һәм логопед ставкалары ла ҡаралған. “Яҡтылыҡ”тың бинаһы совет осоронда балалар баҡсаһы булараҡ төҙөлә, һуңынан унда төрлө офистар урынлаша. Бөгөнгө көндә бында капиталь ремонт үткәрелгән һәм бинаға уның тәүге тәғәйенләнеше – балаларға хеҙмәт итеү ҡайтарылған.
Коммуникациялар, тәҙрәләр, ишектәр алмаштырылған, беренсе ҡатта “йылы иҙәндәр” түшәлгән. Бинаның эске яғын ремонтлағанда заманса, экологик яҡтан сифатлы материалдар файҙаланылған. Стеналарҙың һәм мебелдең төҫтәре һәр бүлмәлә балалар психологының тәҡдимдәрен иҫәпкә алып башҡарылған. Шулай уҡ тере мөйөш,
аквариумдар ҡуйыу планлаштырыла. Учреждение етәксеһе әйтеүенсә, балаларҙың хәүефһеҙлегенә ҙур иғтибар бүленә. Бинала хәбәр итеү системаһы, хәрәкәт итеү датчиктары, видеокүҙәтеү камералары, янғынға ҡаршы система ҡуйылған. Балалар бинаға электрон асҡыс менән инәсәк һәм сығасаҡ, КУД системаһы һәр баланы фотоға төшөрөп ата-әсәнең телефонына баланың сәғәт нисәлә мәктәпкә килеүе һәм ҡайтып китеүе тураһында фотоһы менән хәбәр ебәрәсәк. Ата-әсәләрҙең теләге буйынса баланы йорттан мәктәпкә тиклем һәм мәктәптән йортҡа алып барыу ҙа ойоштороласаҡ.
“Яҡтылыҡ” август аҙағында үҙ ишектәрен асасаҡ, әммә төркөмдәргә һәм кластарға йыйыу әленән үк алып барыла. 8-917-357-37-86 Whats App һандары буйынса учреждение етәксеһе менән осрашыуға яҙылырға, бина буйлап экскурсия эшләргә һәм уҡыу программаһы менән танышырға мөмкин. Балалар баҡсаһы һәм башланғыс мәктәптең адресы: Ленин проспекты, 56а.
Автор фотоһы.