Мәғариф
21 Июль 2021, 05:00

ОЛО ТОРМОШҠА ЮЛ АЛДЫЛАР

Ошо көндәрҙә Өфө дәүләт авиация техник университетының Ишембай филиалын тамамлаған 87 студентҡа урта һөнәри һәм юғары белем алыу тураһында дипломдар тапшырылды.

ОЛО ТОРМОШҠА ЮЛ АЛДЫЛАРОЛО ТОРМОШҠА ЮЛ АЛДЫЛАР
ОЛО ТОРМОШҠА ЮЛ АЛДЫЛАР

Ете кеше уҡыу йортон алтын миҙал менән тамамлаған, шуларҙың өсәүһе - урта һөнәри белем, ә дүртәүһе юғары белем программаһын “иң яҡшы” билдәләргә генә үҙләштергән.

- Студент булыу – иң матур осор. Һеҙҙе алда оло тормош юлы көтә. Кемдәрҙер әле үк эшләп йөрөй, кемдәрҙер тиҙҙән эш башлар. Беҙҙең предприятиелар яңы кадрҙарға мохтаж, - тине үҙ сығышында “Витязь” машиналар эшләү компанияһы” акционер йәмғиәте генераль директорының беренсе урынбаҫары Мансур Ҡунаҡов. – Производство процестарына, компьютер технологияларын иҫәпкә алып, заманса яңы ҡараш кәрәк. Бәлки йылдар дауамында һеҙгә бер нисә тапҡыр эшегеҙҙе лә алмаштырырға тура килер, яңы һөнәрҙәр ҙә үҙләштерерһегеҙ, әммә был уҡыу йортонда алған белемегеҙ һеҙҙең өсөн нигеҙ булып ҡаласаҡ.

Йәмил Абдуллин – уҡыу йортон ҡыҙыл дипломға тамамлаусыларҙың береһе. Ул – “Витязь” машиналар эшләү компанияһы” акционер йәмғиәте йүнәлтмәһе буйынса белем алған.

- Беҙҙең курс бик дуҫ, ә уҡытыусылар һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер, - ти “Машиналар эшләү производстволарын конструктор-технологик тәьмин итеү” йүнәлеше буйынса белем алған егет. Урта һөнәри белем бүлеген тамамлаған Ольга Новикованың предприятиела эшләп алыу теләге ҙур. - Дүрт йыл һиҙелмәй ҙә үтеп китте, - ти ул. – Бында яңы дуҫтар таптым. Мин үҙ һөнәрем буйынса заводҡа эшкә урынлашырға теләйем, ә һуңынан юғары уҡыу йортона инәсәкмен.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бынан биш йыл элек ӨДАТУ-ла 9-сы класты тамамлаған уҡыусылар өсөн урта һөнәри белем программаһы менән колледж булдырылғайны. Уҡыуҙар тәүҙә түләүле ине, ә былтырҙан башлап бюджет урындары бүленә.

- Барлыҡ ҡыйынлыҡтарҙы иҫәпкә алғанда 87 кешенән ете ҡыҙыл диплом – яҡшы һөҙөмтә, - ти филиал директорының уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары Дим Хөснөтдинов. – Киләсәктә күрһәткестәрҙе күтәрербеҙ, тип ышанабыҙ. Киләһе йыл беҙҙә көндөҙгө уҡыу бүлегендә юғары белем алырға теләүселәр өсөн – 60, 9-сы класты тамамлаусылар өсөн 40 бюджет урыны һәм ситтән тороп уҡыу бүлеге студенттары өсөн 100-гә яҡын урын бар. Быйыл юғары һәм урта һөнәри белем бүлектәре өсөн берәр һөнәр индерәбеҙ.

Дим Зимфир улы әйтеүенсә, онлайн уҡытыуға күсеү вуз коллективына үҙгәрергә мөмкинлек биргән. Педагогтар мультимедиялы технологияларҙы үҙләштергән һәм Башҡортостан студенттарына ғына түгел, ә башҡа төбәктәр студенттары өсөн дә дистанцион компьютер курстары индерергә әҙер.


Автор фотоһы.

ОЛО ТОРМОШҠА ЮЛ АЛДЫЛАР
ОЛО ТОРМОШҠА ЮЛ АЛДЫЛАР
Автор:Ирина Вахонина
Читайте нас