11-се класты тамамлаусылар өсөн Берҙәм дәүләт имтихандарының төп этабы тамамланды.
Шуныһы ҡыуаныслы - Ишембай уҡыусылары араһында иң юғары күрһәткескә өлгәшеүселәр бар. Әле муниципаль районда өс уҡыусының БДИ-ны 100 балға тапшырыуы билдәле. Ҡаланың 2-се мәктәбенән ике уҡыусы рус теленән, 12 -се лицейҙан бер бала химия фәненән 100 балл йыйған.
Тырышлығығыҙ, туплаған белемегеҙ киләсәктә юғарыраҡ үрҙәргә юл асһын,ҡәҙерле йәштәр!