Мәғариф
23 Июнь 2021, 11:41

Гимназия яңылыҡтары

Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернатының мәктәпкәсә белем биреү төркөмдәрендә бөгөн Балалар һабантуйы үтте.

Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернатының мәктәпкәсә белем биреү төркөмдәрендә бөгөн Балалар һабантуйы үтте.
Беҙҙең мәктәп башҡорт халыҡ йолаларына, уйындарына ҙур иғтибар бирә, башҡорт теленә һөйөү тәрбиәләүгә бөтә көсөн һала. Бәләкәс кенә балаларҙа үҙебеҙҙең башҡорт халыҡ байрамдарына ҡыҙыҡһыныу уята алғаныбыҙға беҙ бик шатбыҙ!
Балалар башҡорт халҡының милли уйындарында бик теләп ҡатнаштылар, бүләктәр алдылар, саф башҡортса итеп, тыпырҙатып бейенеләр! Ата-әсәләр ҙә ситтә ҡалманы, иң әүҙемдәре гимназия директоры Фәйзуллин Әлфис Ғаяз улынан рәхмәт хаттары алып һөйөндөләр.
Изге Һабантуй байрамдары матур үтһен, иҫән-һау булайыҡ!
Автор:Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернаты
Читайте нас