“Танылыу” тип исемләнгән бүләкләү тантанаһы быйыл 11-се тапҡыр ойошторолдо. Бөтә Рәсәй, республика, муниципаль олимпиада еңеүселәре, ғилми-тикшеренеү конференцияларҙа, фестиваль-конкурстарҙа уңыштарға өлгәшеүсе балалар, уларҙың уҡытыусылары байрам түрен йәмләне. Ғөмүмән был көндө 100-ҙән ашыу уҡыусылар һәм педагогтар район хакимиәтенең Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.
Йыл һөҙөмтәләре буйынса олимпиада хәрәкәте лидеры исеменә лайыҡ булған мәктәпте иғлан итеү ҙә сараның тулҡынландырғыс мәле ине. Мәктәп уҡыусыларының Бөтә Рәсәй олимпиадаһында һөҙөмтәлелек, әүҙемлек буйынса абсолют еңеүсе исеменә 12-се лицей лайыҡ булды. “Ника” күсмә кубогы лицей директоры Валентина Винокуроваға тапшырылды.