Йәйҙең тәүге көнөнән муниципаль районда һигеҙ мәктәптә көндөҙгө үҙәктәр эш башланы, уларҙың һәр ҡайһыһының үҙ йүнәлеше. Барлығы был лагерҙарға 945 бала йәлеп ителгән.
Смаҡайҙа урынлашҡан 14-се мәктәп нигеҙендәге көндөҙгө үҙәктә ике төркөмдә 50 бала йөрөй.Тәүгеһендә башланғыс кластар йәлеп ителһә, икенсе төркөмгә ҙурыраҡтар тупланған. Һәр бер көнгә төрлө саралар билдәләнгән. Мәҫәлән, бөгөн янғын хәүефһеҙлегенә ҡағылышлы бик матур әңгәмә ойошторолодо. Янғын булдырмау өсөн ниндәй ҡағиҙәләр үтәргә, ут сыға ҡалһа нимә эшләргә – ошо һәм башҡа мөһим һорауҙарға балаларҙың тулы итеп яуап бирә белеүе һөйөндөрҙө. Һуңынан улар ошо темаға һүрәттәр ҙә төшөрҙө.
Лагерҙың спорт йүнәлешендә эшләүен күҙ уңында тотоп, спорт сараларына ла ҙур иғтибар бирелә. Айырыуса уҡыусылар өҫтәл теннисын ярата икән. Хатта был спорт төрө буйынса норматив разрядын үтәүсе уҡыусылар ҙа бар.
Көндөҙгө үҙәктән тыш, мәктәптә 20 бала өсөн ял һәм хеҙмәт лагеры ойошторолған. Улар мәктәптең тирә-яғын йәшелләндереү кеүек эштәрҙән тыш, төрлө ярыш, конкурстарҙа ла әүҙем ҡатнаша.
Көнөнә ике тапҡыр туҡланыу, төрлө ҡыҙыҡлы саралар – былар барыһы ла уҡыусыларҙың матур ялы өсөн булдырылған.