23 майҙан 26-һына тиклем уҡыу-ялан йыйыны үтте.
Тәүге көндә егеттәрҙең атыу әҙерлеге тикшерелде – улар АК-74 автоматын һүтеп-йыйыу менән шөғөлләнде. Иртәгәһенә буласаҡ һалдаттарҙы хәрби ҡоралдан атырға өйрәтеү маҡсатында Алкин ауылына алып барҙылар.
Артабан егеттәрҙең хәрби күнекмәләре А. Доставалов исемендәге Волга буйы федераль округының Башҡорт кадет корпусында үтте.
Фото: МБОУ БГИ №2 им. Ахметзаки Валиди төркөмөнән.