Һәләтле, үҙ ҡарашын, үҙ фекерен белдерә белгән йәштәр булыуы һөйөндөрә. Ҡанаҡай ауылы ҡыҙы, әлеге көндә БДУ-ның Хоҡуҡ институтында юриспруденция буйынса 2-се курста белем алыусы Гөлмирә Баймөхәмәтова ла һайлаған һөнәренә табан ҡыйыу атлай.
Күптән түгел ул Мәскәүҙә “Урындағы үҙидаралыҡты үҫтереүсе инициативалар” Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашып, 1-се дәрәжәле диплом менән бүләкләнгән. Ғилми-тикшеренеү эшендә Гөлмирә үҙе төҙөгән закон проектын тәҡдим итә. Уның эше ауыл мәктәптәрендә белем биреүгә, ундағы проблемаларға, уларҙы хәл итеү юлдарына ҡағыла.
- Ғилми эшем өҫтөндә 3-4 ай эшләнем. Мәктәпкә барып уҡытыусылар менән осрашырға тура килде. Конкурстың тәүге этабы ситтән тороп уҙғарылһа, финалда эшемде Мәскәүгә барып яҡланым. Барлығы Рәсәйҙең 85 субъектынан, бер меңләп кеше ҡатнашҡайны. 1-се урын алыуымды ишеткәс, тәүҙә ышанмайыраҡ торҙом. Был еңеү үҙемә ышанысты арттырҙы. Уҡып бөткәс, адвокат булырға уйлайым. Киләсәктә Дәүләт Думаһында депутат булырға тигән маҡсатым да бар, - тип үҙенең ниәттәре менән бүлеште һәләтле ҡыҙ.
Маҡсатыңа өлгәшеү өсөн тырышлыҡ кәрәк, тигән фекерҙә әңгәмәсем. Уҡыуға ынтылышы ла бала саҡтан күренә. Апаһы уҡырға төшкәс, мәктәпкә барам, тип илағанын өйҙәгеләр әле лә яҡшы хәтерләй. Иртәрәк уҡырға төшһә лә, 1-се кластан “5”-легә генә өлгәшә. Ауыл клубында концерттарҙа ҡатнашырға ла өлгөрә, мәктәптәге сараларҙың да уртаһында була. Тырышлыҡ ҡына түгел, кәрәк саҡта рух ныҡлығы ла күрһәтә белә Гөлмирә. Холҡондағы ошо сифаттары уға уңыштарға юл асалыр ҙа. Бәләкәйҙән закондарҙы төптән белеү теләге мәктәпте уңышлы тамамлағандан һуң ҡыҙҙы Башҡорт дәүләт университетына алып килә.
- Тәүге курста бер аҙ ҡыйыныраҡ булһа ла, хәҙер өйрәндем. Уҡыуы бик оҡшай, - ти юғары уҡыу йортонда ла имтихандарын тик “биш”кә тапшырып килгән ҡыҙ.
Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү, баш ҡалала алған тәьҫораттар әле лә күңелдән һүрелмәгән:
- Мәскәү беҙҙе бик йылы ҡаршы алды. Ҡаланың иҫтәлекле урындарында экскурсияла булдыҡ. Ошондай мәртәбәле конкурста ҡатнашыу мөмкинлеге биргән өсөн үҙем уҡыған Башҡорт дәүләт университеты етәкселегенә ҙур рәхмәтлемен, - тине Гөлмирә.
Шул уҡ ваҡытта ата-әсәһенә лә рәхмәт әйтергә онотманы ҡыҙ. “Атай-әсәйем гелән ярҙам итергә әҙер, апайым менән һәр башланғысыбыҙҙы хуплап тора. Был уңышымда уларҙың да өлөшө ҙур”, - тине ул ихлас йылмайып.
Булыр бала биләүҙән, ти халыҡ мәҡәле. Артабан да һынатма, Гөлмирә! Тағы ла ҙурыраҡ уңыштарың тураһында ишетергә булһын!