Бөгөнгө көн Әхмәр урта мәктәбенең 9-сы класс уҡыусылары өсөн дә шатлыҡлы, шул уҡ ваҡытта бер аҙ моңһоу ҙа. Мәктәп, уҡытыусылар менән хушлашып яңы тормошҡа аяҡ баҫалар улар. Туғыҙынсылар өсөн һуңғы тапҡыр яңғыраны Ҡыңғырау!
- Үҙ-ара бик татыу, тырыш, актив класс булдылар, - тип маҡтаны уҡыусыларҙы мәктәп директоры Хәйбуллин Дәрүиш Йыһангир улы, уҡытыусылар. Ауылыбыҙҙың мәҙәни тормошонда ла актив ҡатнашырға өлгөрҙө уҡыусылар.
Ҡыҙҙар-малайҙар беренсе уҡытыусылары Альбина Самат ҡыҙы, Рәшиҙә Мозафар ҡыҙы, класс етәкселәре Ләйлә Ғилметдин ҡыҙына һәм уҡытыусылар коллективына, ата-әсәләре - Шәүрә менән Юлай Ҡотлоәхмәтовтарға, Раушания менән Юнир Хәкимғужиндарға, Рәсимә менән Ринат Хәмиҙуллиндарға, Римма Янбаев аға ҙур рәхмәттәрен еткерҙеләр.
Рябова Ксения, Хәкимғужина Юлиә, Хәмиҙуллина Наҙгөл, Моратов Данил, аҡ юл һеҙгә! Бар хыялдарығыҙ тормошҡа ашһын, һәр саҡ шулай актив, тырыш, ярҙамсыл, ҡыйыу булып ҡалығыҙ. Уңыштар һеҙгә!