Мәғариф
21 Май 2021, 07:18

Фатихаһын бирә һуңғы ҡыңғырау!

Иртәгә мәктәптәрҙә Һуңғы ҡыңғырау тантаналары үтә. Күңелдәрҙә иң көслө хистәр уятҡан, бала саҡ иҫтәлектәренә күмгән мәңге онотолмаҫ байрам ул.

Иртәгә мәктәптәрҙә Һуңғы ҡыңғырау тантаналары үтә. Күңелдәрҙә иң көслө хистәр уятҡан, бала саҡ иҫтәлектәренә күмгән мәңге онотолмаҫ байрам ул.
Маҡар ауылы урта мәктәбендә быйыл 11-сене 9 уҡыусы тамамлай. Яуаплы, тырыш, бер-береһенә ярҙамсыл балалар. Эйе, уҡытыусылары өсөн улар һаман да балалар, ә класс етәкселәренең күҙ алдында “Апа! Апа!” тип тәүге гөлләмәләрен һуҙған мәл...
- Башланғыс кластарҙа Аҙнабаева Мәүлиҙә Әхмәт ҡыҙы уларға төплө тәрбиә, белемгә ынтылыш һала белгән. Бишенсенән инде мин етәкләп алып киттем. Ошо йылдар эсендә минең өсөн иң яҡын кешеләргә әүерелделәр, һәр береһе өсөн борсолам, уңыштарына шатланам. Күбеһе техник йүнәлештәге юғары уҡыу йорттарына һынау тотмаҡсы, медицинаны һайлаусылар бар. Мәктәбебеҙ уҙған йыл ҙур грант отоп, уҡыуҙа күп төрлө заманса мөмкинлектәр артты. Быйылғы сығарылыш уҡыусылары
ла уларҙы файҙаланып ҡала алды, төрлө олимпиадалар, конкурстарҙа ҡатнашыуҙары ла үҙенә күрә әҙерлек булды, - ти класс етәкселәре Әлфиә Кәримова. - Әлегә төп теләк – дәүләт имтихандарын көр күңел менән уңышлы тапшырып сыҡһындар. Беҙ ҙә ҡушылабыҙ был изге теләктәргә, ҡала һәм районыбыҙ мәктәптәрен тамамлаусы бар йәштәргә аҡ юл теләйбеҙ!

Быйыл муниципаль район мәктәптәрендә 331 уҡыусы 11-сене тамамлап Берҙәм дәүләт имтихандарын бирергә әҙерләнә, 9-сы класты 900 уҡыусы тамамлай.
Читайте нас