Хәҙерге заман башҡорт теле уҡытыусыһы тураһында яҙыр өсөн ҡәләм алғас, күҙ алдынан туған тел һағында тороусы тиҫтәләгән исемдәр, яҡты ҡараштар үтә: һәр береһе балалар йөрәгенә рухи ҡиммәттәр һалыр өсөн һайлаған һөнәренә тоғро, телебеҙ матурлығына ғашиҡ заттар. Күптәре хаҡлы ялда булһалар ҙа, үҙҙәренең тормош эшенә һаман да иғтибарлы, ҡалдырып кителгән эше, балалар яҙмышы менән ҡыҙыҡһынып йәшәй, сөнки эш кенә түгел, йәштәр ҡулына телебеҙ яҙмышы ла ҡалды бит! Ярай әле осорҙоң ауырлыҡтарына, һынауҙарға бирешмәүсе йәш уҡытыусыларыбыҙ үҫә. Уларҙың барыһына ла тик уңыштар ғына теләп, гәзитебеҙ аша шундай замандаш тураһында һөйләгем, матур эштәре тураһында уртаҡлашҡым килде.
Ишембай ҡалаһының 16-сы урта мәктәбендә ең һыҙғанып эшләп йөрөүсе замандашыбыҙ ХӘЛИСОВА Альбина Альберт ҡыҙы тураһында ине әйтер һүҙем. Уны күптәр төбәк-ара “Йыл уҡытыусыһы” конкурсы аша белә, гәзитебеҙ биттәрендә лә сығыштары күренеп ҡала, төрлө конкурстарҙа ла әүҙем ҡатнаша ул. Ғөмүмән, һөнәренә тоғро кеше икәнен эше менән күрһәткән хәҙерге заман башҡорт теле уҡытыусыһы өлгөһө тиер инем мин уны. Сөнки системалы эше күптән инде үҙ һөҙөмтәһен күрһәтте: 2012 йылдарҙан алып һәр йыл уҡыусылары предмет олимпиадаларында призлы урындар яулай, төрлө конкурс-конференцияларҙа ла уңышлы сығыш яһай. Былтырғы уҡыу йылында республика етәксеһе башланғысы ярҙамында ойошторолған “Ҡанатланып ос!” бәйгегрантына ла уның уңыштары менән килгән мәктәп еңеү яуланы. Бынан һуң башҡорт теле кабинеты заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылып, уҡытыусының бығаса асылмаған һәләттәренә мөмкинлектәр бирҙе. Хәҙер тулыһы менән заман талаптарына яуап биргән дәрестәр, үҙ тәжрибәһендә үҫтереүгә өлгәшкән суггестив алым аша Альбина Альберт ҡыҙы уҡыусылары менән ҙур матур эштәргә ҡыйыу тотона. Сөнки заманса технологиялар элементтарын проектлы уҡытыуға, проблемалы эшкә йүнәлтеү әһәмиәтен татыған уҡытыусы балалар менән ихлас эшләй, хеҙмәттәшлек аша маҡсатына ирешә. Төркөмдәрҙә, парҙарҙа логик фекер эшенә йүнәлтелгән күнекмәләр һөйләм моделдәрен, диалог, текст тыуҙырыуға килтерә. Аудиокүнекмәләр балаларҙың телдәрен генә шымартмай, ә башҡорт теле серҙәренә лә алып килә. Уҡыусыларын ҡанатландырып, Альбина Альберт ҡыҙы уларҙы йә һүҙ бәйгеһенә
алып сыға, йә уның менән бәйле ваҡиға урынына сәйәхәткә алып китә. Шулай итеп уҡытыусының эш йәдкәренә әйләнгән “Үҙ уйыным” программаһы ваҡыт һынауын үтеп, тәжрибәһенең аҫыл биҙәгенә әйләнде. Уның барышында уҡытыусы күпме һорауҙар аша халҡыбыҙҙың тарихы, мәҙәниәте, ә иң мөһиме тел серҙәренә алып килә, балаларҙың хәтерен үҫтерә, күңелдәренә матур биттәр яҙа. Бындай һөҙөмтәле эштән һуң ғилми эшкә тотонорға, эҙләнеүҙәр аша ижадҡа килергә мөмкинлектәр алған уҡыусылары уҡытыусының дөрөҫ юлда икәнлеген күрһәтә. Миҫалға башҡорт батырҙары тураһындағы сираттағы уйын-зачеттан һуң, Ҡаһым түрә Мырҙашев тураһында эҙләнеү эшенә килеүҙе алырға мөмкин. Был батырҙың сығышы тураһында ике ҡараш йәшәгәнен белгән уҡыусылар эҙләнеү эшенә тотона, уҡытыусы уларҙы батырҙың тыуған төйәге булған ерҙәргә экскурсияға алып китә. Айыусыла уға ҡуйылған таҡтаташ, шәжәрәһе менән танышып ҡайтыу ғилми эште нигеҙле итергә мөмкинлек бирә. Бына шундай кескәй генә матур эштәрҙән төҙөлгән педагогик юл ҙур маҡсатлы эшкә алып килә, уҡыусылар күңелендә тәрән эҙ ҡалдыра, ҡыҙыҡһыныуҙы арттыра. Альбина Альберт ҡыҙының үҙ һөнәренә яуаплы ҡарауы уның бер туҡтауһыҙ эҙләнеүҙәрҙән торған көндәлек эшендә лә сағылыш таба. Коллегалары менән киләсәк, тел яҙмышы тураһында фекер алыша, яңы үрҙәргә юлдар һала, методик күңәштәр бирә, интерактив алымдар менән төҙөлгән дәрес өлгөләрен туплай, оҫталыҡ дәрестәренә әҙерләнә. Бөгөнгө көн уңыштарының үткәндәр һәм киләсәк менән бәйлелеген яҡшы аңлаған уҡытыусы өлкәндәрҙән отошло тәжрибә өлгөләрен өйрәнә, ә киләсәк өсөн балаларҙы ҡыҙыҡһындырған нәмәләрҙе ҡулланырға ынтыла. Бына шундай һөҙөмтәле эш, хеҙмәттәшлек аша уларҙың методик ойошмаһы мәктәптә кескәй генә этнографик музей булдырыу уйы менән яна. Был яңылыҡ менән Ишембай уҡытыусылары урындағы телевидение тапшырыуы аша таныш. Ә миңә музейҙы барып күреү мөмкинлеге лә булды. Хеҙмәттәше, башҡорт теле уҡытыусыларының ҡала методик ойошмаһы етәксеһе Хөснә Бейеш ҡыҙы Хисаметдинова менән бергәләп ошо музейға материалдар, экспонаттар туплау эшен йәйелдереп ебәргәндәр, балаларға һәр экспонаттың ҡиммәтле тарихи әйбер икәнлеген аңлатып, уларҙың атамаларын өйрәнеп, музей эшен йәнләндереп ебәргәндәр. Бер-береһен ярты һүҙҙән аңлап, ярҙамлашып, ҡанатланып эшләп йөрөгән йәш коллегаларыма һоҡланып ҡайттым. Һәр мәктәптә лә шулай уҡытыуға ижади ҡарап, тырышлыҡ, ярҙам менән килгәндә, алдыбыҙға ҡуйған оло маҡсаттарыбыҙға ирешербеҙ. Альбина Альберт ҡыҙының һәр уҡытыусы, коллегалары менән уртаҡ тел табып, ярҙамға ынтылып тороуы, башҡа мәктәп уҡытыусылары менән дә тығыҙ бәйләнештә эшләүе, ғөмүмән, кеше ҡәҙерен белеп, йылы һүҙ табыуы иң күркәм сифаттары, минеңсә. Быйылғы “Йыл уҡытыусыһы” конкурсында ҡатнашыусы уҡытыусыға эскерһеҙ ярҙамы ла уның уртаҡ эш, Ишембай уҡытыусыларының уңышы өсөн тырышыуын күрһәтте.
Ә ырамлы эш күңел көрлөгөнә алып килә. Күңел көрлөгө ғаилә, туғандар, дуҫтар менән гөрләп йәшәүгә нигеҙ. Ошо тормош хәҡиҡәтен Альбина Альберт ҡыҙының шәхси тормошонда ла күрәм. Ғаиләлә ике матур ҡыҙ үҫеп килә: ҙур ҡыҙҙары Алһыу башҡорт мәктәбенең алдынғы уҡыусыһы, ә бәләкәйе Азалия – балалар баҡсаһына йөрөй, тырышыптырышып башҡортса һөйләшә. Тормош юлдашы тарих уҡытыусыһы Дамир Рәфҡәт улы менән фекерҙәшлек емеше булған “Үҙ уйыным” программаһы менән йәштәр ҡалала ла таныш инде. Эштән һуң ғаилә менән ял итергә, ике яҡтан да ата-әсәләргә ярҙам итергә лә өлгөрә улар. Ә өйҙәрендәге төрлө гөлдәр, бөтә ерҙәге бөхтәлек, тәмле милли аштар йәш коллегабыҙҙың тормош мәғәнәһе тураһында һүҙһеҙ ҙә һөйләп тора. Ә иртәгә тағы мәктәпкә – милли матурлыҡты, халҡыбыҙға хас тырышлыҡты рус мөхитендә яңынан балҡытырға, һоҡландырырға әҙер йәш уҡытыусы. Шундай замандаштарыбыҙ барҙа, телебеҙ ҙә йәшәр, киләсәккә юлдар ярыр.