Мәғариф
29 Апрель 2021, 09:40

Кем тиҙерәк үҫер, беҙме, һеҙме?

– тиҙәр йәш ағас үҫентеләре ултыртҡан баҡсаға йөрөүсе ҡыҙҙар һәм малайҙар.

– тиҙәр йәш ағас үҫентеләре ултыртҡан баҡсаға йөрөүсе ҡыҙҙар һәм малайҙар.
Ҡаланың 32-се “Һыуһылыу” балалар баҡсаһы йәмле урында - Тәйрүк буйында урынлашҡан. Бында балаларҙы тыуған яҡтың тәбиғәтен яратыуға һәм һаҡларға өйрәтеүгә ҙур иғтибар бүленә. Ҡыш буйы балалар менән ҡоштарға тағараҡтар эшләп ем бирәләр. Һәр иртә баҡсаға килгән балаларҙы ҡоштарҙың моңло тауыштары ҡаршы ала.
Быйыл яҙ баҡсаның өлкән төркөм тәрбиәләнеүселәре тәрбиәселәре Рәйсә Минеғолова һәм Гүзәлиә Аҡбашева менән “Йәшел Башҡортостан” республика акцияһында ҡатнашып, балалар баҡсаһы территорияһына йәш миләш, йүкә үҫентеләре ултырттылар. Үҫентеләрҙе ата-әсәләр килтерҙе. Үҙҙәре ултыртҡан ағастар балалар өсөн бик ҡәҙерле. Уларҙы тәрбиәләп, һыу һибеп торасаҡтар бәләкәстәр. Киләсәктә баҡса тирә-яғы тағы ла йәмләнеп, йәшелләнер, балалар менән бергә ағастар ҙа ярышып үҫеп китер.

Автор фотолары.
Читайте нас